Монгол империяһы
Кешелек тарихында майҙаны буйынса икенсе урынды биләгән дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Монго́л импе́рияһы (монг. Монголын эзэнт гүрэн; Монгол улс?, ᠶᠡᠺᠡ ᠮᠣᠨᠭᠣᠯ ᠤᠯᠤᠰ?, Yeke Mongɣol ulus? — «Бөйөк Монгол дәүләте») — Сыңғыҙхан һәм уның вариҫтарының яулап алыуы һөҙөмтәһендә XIII быуатта барлыҡҡа килгән һәм донъя тарихында Көнсығыш Европанан Япон диңгеҙенә һәм Новгородтан Көньяҡ-көнсығыш Азияға тиклем башҡа дәүләттәр менән иң ҙур сиктәш территорияһы булған (яҡынса 24 млн км² йәки 33 млн км² тирәһе) дәүләт; Ҡараҡорум — был дәүләттең баш ҡалаһы
Монгол империяһы | |
монг. Их Монгол улс | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1206 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Их Монгол улс |
Рәсми тел | монгольские языки[d] |
Донъя ҡитғаһы | Евразия |
Административ үҙәк | Аварга[d], Ҡараҡором (ҡала), Ханбалык[d] һәм Шанду[d] |
Идара итеү формаһы | һайланған монархия[d] һәм наследственная монархия[d] |
Дәүләт башлығы вазифаһы | ҡаған |
Дәүләт башлығы | Сыңғыҙхан, Үгеҙәй, Гуюк[d], Мунке[d], Хубилай һәм Тогон-Тэмур[d] |
Закондар сығарыу органы | Ҡоролтай[d] |
Халыҡ һаны | 160 000 000 кеше (1279) |
Валюта | Балыш[d] |
Алмаштырылған | Мин империяһы |
Алыштырған | Цзинь (1115—1234), Каракитаи[d], Си Ся[d], Хорезмшаһтар дәүләте[d] һәм Низаритское исмаилитское государство[d] |
Ҡулланылған тел | среднекитайский язык[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1368 |
Майҙан |
4 000 000 ± 1 км² (1206), 12 000 000 ± 1 км² (1227), 23 500 000 ± 1 км² (1294), 24 000 000 ± 1 км² (1309) |
Описание печати/эмблемы | Императорская печать Монголии[d] |
Монгол империяһы Викимилектә |
Дәүләттең сәскә атҡан осоронда Монгол империяһы Урта Азия, Көньяҡ Себер, Көнсығыш Европа, Яҡын Көнсығыш, Ҡытай һәм Тибеттың уғата ҙур биләмәләрен үҙ эсенә алған була. XIII быуаттың икенсе яртыһында империяның олоҫтарға бүленеше башлана, уларҙың башында сыңғыҙиҙар тора. Юань империяһы, Жүси улусы (Алтын Урҙа), Хулагуидтар дәүләте һәм Сығатай улусы — Бөйөк Монголияның иң эре ярсыҡтары. 1271 йылда Юань императоры титулын индергән һәм баш ҡалаһын Ханбалыҡҡа күсергән бөйөк хан Хубилай бөтә улустарҙы ла үҙенең ҡул аҫтына алыуға дәғүә итә. XIV быуат башына, ғәмәлдә бойондороҡһоҙ дәүләттәр федерацияһы булараҡ, империяның формаль берлеге тергеҙелә.
XIV быуаттың һуңғы сирегендә Монгол империяһы юҡҡа сыға.