Мультипликация
бер-бер артлы хәрәкәтһеҙ һүрәт (кадр) ярҙамында ниндәйҙер тиҙлек менән бер-береһен алмаштырған, техник алымдар менән хәрәкәтләнеүсе һүрәт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мультиплика́ция (лат. multiplicatio — ҡабатлау, арттырыу, үҫеү, үрсеү) — бер-бер артлы хәрәкәтһеҙ һүрәт (кадр) ярҙамында ниндәйҙер тиҙлек менән бер-береһен алмаштырған, техник алымдар менән хәрәкәтләнеүсе һүрәттәр иллюзияһы. Анима́ция (фр. animation: күңеллелек, йәнләнеү) — көнбайышта мультипликацияның атамаһы: кино сәнғәте төрө, уны күрһәтеү (анимациялы фильм, йәнһүрәт), шулай уҡ технологиялар ғаиләһе.
Сәнғәттә мультипликация тип сәнғәт төрөн атайҙар, ул мультипликация технологияларын ижадтың төп элементы итеп ҡуллана.