Налибок шырлығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Налибок шырлығы, Налибок урмандары (бел. Налібоцкая пушча) — Белоруссияның төньяғындағы Ошмян ҡалҡыулығынан алып көнсығығышта Минск ҡалҡыулығына тиклем [2]. — Көнбайыш Березина һәм Уса йылғаларының уң ҡушылдыҡтары бассейнанда урынлашҡан ҙур урман массивы. Шырлыҡтың майҙаны 1400 кв. километрҙан 2400 кв. километрға тиклем барып етә, билдәләү критерийҙарына бәйле сиктәш территорияларҙы ла иҫәпкә алғанда ул ғәмәлдә тағы ла ҙурыраҡ[3]. Хәҙерге ваҡытта шырлыҡ Минск өлкәһенең Воложин һәм Столбцов райондары, шулай уҡ Гродно өлкәһенең Новогруд, Корелич һәм Ивьев райондары территориларында ята. Налибок шырлығы тарихи һәм мәҙәни юҫыҡтан ҡарағанда Белоруссияның славян, Балтика һәм Европа йолалары бергә уҡмашҡан уникаль төбәге. 2009 йылдан башлап йыл һайын Налибок шырлығында Налибока марафоны үтә[4].
Налибок шырлығы | |
бел. Налібоцкая пушча | |
Нигеҙләү датаһы | X быуат |
---|---|
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Гродненская область[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 151 метр[1] |
Майҙан | 190 000 ± 50 000 гектар |
Налибок шырлығы Викимилектә |