Никола Пуссен
From Wikipedia, the free encyclopedia
Никола Пуссен (Фр.Nicolas Poussin, итальян.Niccolò Pussino ; 1594, Лез Андели, Нормандия — 19 ноябрь, 1665, Рим) — француз рәссамы. Әүҙем ижади тормошоноң байтаҡ өлөшөн 1624 йылдан башлап Римда кардинал Франческо Барберини ҡанаты аҫтында үткәрә. Король Людовик XIII менән кардинал Ришелье уның ижады менән ҡыҙыҡһына һәм уға беренсе рәссам исеме бирелә. 1640 йылда Парижға килә, әммә король һарайында үҙ урынын таба алмай һәм бер нисә билдәле француз рәссамы менән дошманлаша. 1642 йылда Пуссен Италияға китә һәм вафатына тиклем шунда йәшәй, Франция короле һарайы һәм ҙур булмаған мәғрифәтсе коллекционерҙар төркөмө заказдарын үтәй.