Октябрь революцияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Октябрь революцияһы (СССР-ҙа тулы рәсми исеме — Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы, башҡа исемдәре: «Октябрь түңкәрелеше»[2], «Октябрь ихтилалы», «большевистик түңкәрелеше») — Рәсәйҙә 1917 йылдың октябрендә (яңы стиль буйынса — ноябрь) башҡарылған һәм бөтә донъяның артабанғы тарихы барышына йоғонто яһаған ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе. Революция һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм власҡа Советтарҙың II Бөтә Рәсәй съезы тарафынан ойошторолған хөкүмәт килә, делегаттарҙың күпселеген большевиктар (РСДРП(б) һәм уларҙың союздаштары — һул эсерҙар тәшкил итә. Һул эсерҙарға ҡайһы бер милли ойошмалар, меньшевик-интернационалистарҙың ҙур булмаған өлөшө теләктәшлек белдерә. 1917 йылдың ноябрендә яңы хөкүмәтте шулай уҡ крәҫтиән депутаттарҙың ғәҙәттән тыш съезының күпселеге хуплай.
Октябрь революцияһы | |
Урыны | |
---|---|
Дата |
25 октябрь (7 ноябрь) 1917 йыл |
Сәбәбе | |
Төп маҡсаты |
капитализмды бөтөрөү һәм социалистик үҙгәртеүҙәр үткәреү[1] |
Һөҙөмтә |
Большевиктарҙың еңеүе |
Ойоштороусылары |
РСДРП(б) |
Хәрәкәт итеүсе көстәр | |
Ҡаршы тороусылар | |
Ҡулға алынғандар |
Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте |
Октябрь революцияһы Викимилектә | |
25-26 октябрҙәге ҡораллы ихтилал барышында Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла (яңы стиль буйынса — 8−7 ноябрь), төп ойоштороусылары В. И. Ленин, Л. Д. Троцкий, Я. М. Свердлов һәм башҡалар булған. Ихтилалды Петроград Советының Хәрби-революцион комитеты туранан-тура етәкләгән, комитетҡа шулай уҡ һул эсерҙар ҙа ингән. Халыҡ күпселеге өлөшө ярҙам итеүе, Ваҡытлы хөкүмәттең ғәмһеҙлеге, меньшевиктарҙың һәм уң эсерҙарҙың большевизмға ҡаршы реаль альтернатива тәҡдим итә алмауы ихтилалдың уңышына булышлыҡ итә[3].