Оло террор
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Оло террор» — 1937—1938 йылдарҙа СССР-ҙа үткәрелгән иң күмәк сәйәси (Сталин) репрессиялары осорон билдәләгән хәҙерге заман тарихнамәһе термины[1][2][3]. Фәнни даирәләрҙә әлегә тиклем террорҙың сәбәбен асыҡлаусы берҙәм фекер юҡ. Тарихсыларҙың барыһының да тиерлек фекеренсә, репрессияларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Сталин үҙе төп ролде уйнаған.
Оло террор | |
Урын | СССР, Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы һәм Монгольская Народная Республика[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | август 1936 |
Тамамланыу датаһы | 17 ноябрь 1938 |
Ҡатнашыусылар | Сталин Иосиф Виссарионович, Ежов Николай Иванович, Ягода Генрих Григорьевич, Берия Лаврентий Павлович, Иван Александрович Серов[d], Молотов Вячеслав Михайлович, Вышинский Андрей Януарьевич, Каганович Лазарь Моисеевич, Ворошилов Климент Ефремович һәм Эйхе, Роберт Индрикович[d] |
Оло террор Викимилектә |
Осор НКВД башлығы вазифаһына Н. И. Ежов тәғәйенләнеүҙән һәм уның тарафынан 1937 йылдың июлендә 00447-се һанлы СССР НКВД-һы бойороғонан башлана[прим. 1]. Ул сентябрь—ноябрь 1938 йылдың сентябрь-ноябрендә НКВД-ла, милицияла, Н. И. Ежов вазифаларға тәғәйенләгән кешеләрҙең һәм НКВД башлығы вазифаһында уны Л. П. Берия алмаштырыу менән киң масштаблы ҡулға алыныуҙары һәм СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының 1938 йылдың 17 ноябрендәге ҡарары менән тамамлана[прим. 2], әлеге ҡарарға ярашлы НКВД һәм прокуратура органдарына ҡулға алыуҙар һәм һөрөү буйынса ниндәй ҙә булһа массауи операциялар үткәрергә тыйыла, шулай уҡ СССР НКВД-ының махсус бойороҡтары тәртибендә булдырылған суд «тройкалар» бөтөрөлә[4][5]. НКВД-ның 00447-се һанлы бойороғона ярашлы, репрессиялар яҡынса «план һандары» нигеҙендә башҡарыла, уларҙы урындағы наркомдарға үҙаллы арттырырға рөхсәт ителмәй. Һандарҙы кәметеү рөхсәт ителә. Советтарға ҡаршы (емергес, енәйәтсел) эшмәкәрлек алып барған элекке кулактар; баш күтәреү, фашистик, террористик һәм бандитлыҡ формированиелар ағзалары; советтарға ҡаршы партиялар ағзалары[прим. 3], элекке аҡтар, чиновниктар, карателдәр; енәйәтселәр репрессияларға дусар ителә. Шулай уҡ ҡулға алыуға һәм атып үлтереүгә төрмәләрҙә, лагерҙарҙа, хеҙмәт поселениеларында һәм колонияларҙа әүҙем советтарға ҡаршы емергес эште дауам иткән элементтар репрессиялана[6].
Һуңынан урындағы етәкселәр һәм НКВД органдары тарафынан «план лимиттары» күп тапҡырға арттырып үтәлә.
Ошо осор эсендә 681692 кеше аталып үлтерелә[прим. 4]. Бөтәһе сәйәси мотивтар буйынса 1372382 кеше ҡулға алына[прим. 5][7]. Тарихсы Земсков фаразы буйынса, сәйәси мотивтар буйынса атып үлтерелгән 681 692 кеше[8][⇨], бөтәһе «Сталин осоронда» контрреволюцион һәм башҡа айырыуса дәүләт енәйәттәре өсөн атып үлтерелгәндәрҙең дөйөм һанынан 85 % тәшкил итә (799 455 кеше 1921 йылдан алып 1953 йылға тиклем)[9].
Шәхсән Сталиндың һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының «Сталин атып үлтереү исемлектәре» буйынса хөкөм ителеүгә 43768 кеше сығарылған, күпселегендә улар идаралыҡ структуралары ағзалары, шул иҫәптән НКВД-ның һәм РККА-ның. Барыһы ла тиерлек атып үлтерелгән[10]. Был осорҙа ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаларының 78 % атып үлтерелә. Иң ҡаты таҙартыуға НКВД органдары дусар ителә.
В. Н. Хаустовтың фаразы буйынса, 1937—1938 йылдарҙағы массауи репрессиялар ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарарҙарына нигеҙләнгән, улар Сталиндың социализмды төҙөү буйынса тезисына ярашлы ҡабул ителгән[1].
Тәүгеләрҙән булып «Оло террор» терминын Британия тарихсыһы Роберт Конквест үҙенең «Оло террор» исемле китабында ҡулланған (ингл. The Great Terror)[11].Сталиндан һуңғы СССР-ҙы 1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар осорон Эске эштәр халыҡ комиссары Н. И. Ежовтың исеме буйынса[1] «ежовщина» тип исемләү ғәмәлдә була.