Осер (футбол клубы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Осер» (франц. Association de la Jeunesse Auxerroise) — француз футбол командаһы, ул 2-се Лигала ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Барлыҡҡа килеүе —1905 йыл. Клубтың йорт стадионы — «Аббе-Дешам», ул Йонна йылғаһы ярында урынлашҡан һәм 24 493 тамашасыны һыйҙыра. 1996 йылда Франция чемпионы.
Осер | |
Нигеҙләү датаһы | 1905 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Association de laJeunesse Auxerroise |
Ҡушамат | AJA |
Етәксе | Guy Cotret[d] |
Дәүләт | Франция |
Главный тренер | Jean-Marc Furlan[d] |
Лигала уйнай | Чемпионат Франции по футболу - Лига 1[d] |
Йорт стадионы | Аббе-Дешам[d] |
Милке | Аббе-Дешам[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Осер |
Спорт төрө | Футбол |
Рәсми сайт | aja.fr |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Осер»[d] |
Фолловерҙар һаны | 91 957 |
Осер Викимилектә |
«Осер»командаһының Франция һәм Европала уңышлы сығыш яһауы аҙ халыҡлы бәләкәй ҡала өсөн (40 мең кеше) бер ниндәй бәхәсһеҙ рәүештә ҙур ҡаҙаныш булып тора. 1980 йылдан алып клуб 1-се Лигала уйнап килә. Был уңыштар күп йәһәттән тренер Ги Ру эшмәкәрлеге менән аңлатыла, 40 йылдан ашыу клубты ул етәкләй. 2006/07 йылдар миҙгелендә «Нант» клубы 2-се Лигаға төшкәс, «Осер» клубы Францияның Юғары дивизионында гелән беренсе булып уйнай, ләкин 2011/12 миҙгелендә «Осер» 1-се Лигала һуңғы урынды биләй. 2012 йылдың 12 майында Марселдең «Олимп» командаһынан еңелгәндән һуң клубтың Юғары дивизионда уйнау өмөтөн өҙөлә. Киләһе «Монпелье» менән уйнаған саҡта көйәрмәндәр уларҙы помидор менән бәргеләй.
2010/11 йылдар миҙгелендә «Осер» квалификацион раундта - Петербург ҡалаһының «Зенит» командаһын еңә[1] .
Шулай уҡ «Осер» үҙенең футбол академияһы менән данлыҡлы. Был академия Францияның иң яҡшы академияларының береһе булып һанала. Бында билдәле уйынсыларҙы сығарғандар, мәҫәлән Базиль Болив, Диомед Бернар, Эрик Кантон, Филипп Мексес, Бакари Санья,ДжибрильСиссе, Жан-Марк Феррери һәм башҡа күптәр.
Статистика буйынса, 1-се Лигала һуңғы урынды биләгән командалар араһында 1932/33 миҙгеленән башлап «Осер» 2011/12 миҙгелендә гол/туп үткәреү айырмаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә: -0,289 (-11 тапҡыр 38 уйында)[<span style="" title="не указан источник на утверждение (8 июля 2016)">сығанаҡ 929 көн күрһәтелмәгән</span>].