Офоҡ
күк менән ер йөҙө тоташҡан урында хасил булған һыҙат / From Wikipedia, the free encyclopedia
Офоҡ (бор. грек. ὁρίζων — һүҙмә-һүҙ: сикләнгән) — ер йәки һыу яҫылығы менән күк сиге[1]. Икенсе төрлө билдәләмә был төшөнсәгә атап үтелгән яҫылыҡтарҙың күренеп торған өлөшөн индерә[2]. Күренеп торған офоҡ һәм ысын офоҡ бар. Ысын офоҡ яҫылығы һәм күренеп торған офоҡ араһындағы мөйөштө офоҡ ауышлығы (синонимдары: офоҡтоң кәмеүе, офоҡ депрессияһы)[3]. тип атайҙар. Һүрәттәрҙә: A нөктәһе — күҙәтеү урыны; Н Н' — ысын офоҡ яҫылығы; AC1 киҫәге — күренеп торған офоҡтоң геометрик (теоретик) оҙонлоғо; AB1 дуғаһы — күренеп торған офоҡтоң географик оҙонлоғо; α мөйөшө —офоҡ ауышлығы; B.1B.2B.3B4 — күренеп торған офоҡ һыҙаты.
Ҡыҫҡа факттар Способствовавшим фактором является ...
Офоҡ | |
Способствовавшим фактором является | географик урынлашыу[d], aбсолютная высота[d] һәм астрономическая рефракция[d] |
---|---|
Офоҡ Викимилектә |
Ябырға