Оҡшатыу һүҙҙәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Оҡшатыу һүҙҙәре — предметтарҙың, күренештәрҙең сығарған тауышына, яҡтылыҡ күренешенә, эш- хәрәкәттең йәки тороштоң һанына (образына) оҡшатып яһалалар.
Кеше тауышына, хайуан һәм ҡош‑ҡорт сығарған өн‑ауаздарға, әйбер, предмет, тәбиғәт күренештәренән хасил булған тауыштарға оҡшатыуҙы белдергән һүҙ төркөмө. Оҡшатыу һүҙҙәре экспрессив була, йышыраҡ һөйләү телмәрендә ҡулланыла, матур әҙәбиәт телендә киң урын ала.