Проект:Башҡортостан ауылдары 2022
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан ауылдары 2022 — Башҡортостан ауылдары тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе яҡшыртыу, байытыу маҡсатында үткәрелгән вики-марафон. Вики-марафон барышында ауыл тарихы, географик урыны, тирә-яғындағы иҫтәлекле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары, ауылда тыуып-үҫкән билдәле шәхестәр, тарихи әҙәбиәткә инеп ҡалған факттар, батша ревизияһы мәғлүмәттәре, ауылда яҙып алынған фольклор тураһында мәғлүмәттәр яҙыласаҡ.
Маҡсаты — ауылдар тураһында мәҡәләләрҙе файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы итеү.
Башлана: 15 март 2022
Тамамлана: 15 май 2022