Рус-япон һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ру́с-япо́н һуғышы (яп. 日露戦争 нити-ро сэнсо: 27 января (9 февраля) 1904 — 23 августа (5 сентября) 1905) — Рәсәй һәм Япон империялары араһында Маньчжурия менән Кореяны контролдә тотоу өсөн барған һуғыш. Бер нисә тиҫтә йылдар тыныс торғандан һуң яңы ҡоралдар : йыраҡҡа атыусы артиллерия, броненосецтар, миноносецтар — ҡулланып башланған иң ҙур һуғыштарҙың береһе.
Русско-японская война | |||
Дата |
27 января (9 февраля) 1904 — 23 августа (5 сентября) 1905 | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Маньчжурия, Жёлтое море, Японское море, Сахалин | ||
Сәбәбе |
столкновение зон влияния Российской и Японской империй в Корее и Маньчжурии | ||
Нәтижә |
победа Японии, Портсмутский мирный договор | ||
Үҙгәрештәр |
аннексия Японией полуострова Люйшунь и Южного Сахалина | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Рус-япон һуғышы Викимилектә | |||
Рәсәй Императоры Николай II батшалыҡ итә башлау менән үк Алыҫ Көнсығыш мәсьәләһенә үҙенең иғтибарын ныҡ йүнәлткән. Ревелдә император Вильгельм осрашыуҙа рус императоры, Рәсәйҙең Көнсығыш Азияла нығыныуы һәм уға йоғонто яһау- ил сәйәсәтенең төп бурысы булып тора тип, туранан -тура әйткән
Алыҫ Көнсығышта рус йоғонтоһона ҡаршы булып Япония[1][2] торғанлыҡтан, Николай II Япония менән бәрелешеүҙе алдан күҙаллаған һәм уға дипломатик һәм хәрби саралар менән алдан әҙерләнгән. Бының өсөн ул Рәсәйҙең ышаныслы тылын булдырыу маҡсатында Австрия һәм Германия менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртҡан, Себер тимер юлын төҙөткән һәм флотты көсәйткән. Тик рус хөкүмәтендәге ҡайһы бер кешеләр Рәсәйҙән ҡурҡып, Япония беер ваҡытта ла туранан-тура һуғыш башламаясаҡ тигән фекерҙә торған[2].
1868 йылда үткәрелгән Мэйдзи реставрацияһынан һуң Япония ил иҡтисадында ҙур күләмле модернизация башлаған. Ә 1890-сы йылдарҙа тышҡы сәйәсәттә экспансияға күскән, беренсе сиратта, үҙенә яҡын торған Кореяла экспансияға күскән. 1894—1895 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышында Ҡытайҙы бөтөнләй тармар иткән. Һуғыштан һуң уның һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән Симоносек килешеүе Ҡытаҙы Кореяға булған барлыҡ хоҡуҡтарынан баш тарттырған һәм Маньчжурия ерҙәрен, Ляодун ярымутрауҙарын үҙенә тартып алған. Был ҡаҙаныштарыЯпонияның ҡеүәтен һәм был тирәгә йоғонтоһон ныҡ күтәргән, тик был европа державаларының мәнфәғәттәренә тура килмәгән[1], Шунлыҡтан Германия, Россия һәм Франция был шарттарҙың үҙгәрелеүенә ирешәләр: уларҙың Японияға өсәүләп интервенция яһауы арҡаһында Япония Ляодун ярымутрауынан баш тартҡан, ә һуңынан ул 1898 йылда Рәсәйгә арендаға биргәндәр. Рәсәй һуғыш барышында Ляодун ярымутрауын Япониянан фактик рәүештә баҫып алғанлығын аңлаған япон хөкүмәте яңы милитаризация тулҡынын башлап ебәргән һәм уны Рәсәйгә ҡаршы йүнәлткән.