Рәсәйҙә дин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙә дин — Рәсәй Федерацияһы территорияһында нығынған дини ағымдар йыйылмаһы.
Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы (1993 йылғы) Рәсәй Федерацияһын донъяуи дәүләт тип билдәләй[1]. Конституция «выждан азатлығын, дин тотоу иркен, шул иҫәптән яңғыҙың йә башҡалар менән бергәләп теләгән бер динде тотоу йә бер динде лә тотмау, дини һәм башҡа инаныстарҙы ирекле һайлау, тотоу һәм таратыу һәм уларға ярашлы эш итеү хоҡуғын» гарантиялай[2]. 1997 йылдың 26 сентябрендәге № 125-ФЗ «Выждан азатлығы һәм дини берләшмәләр тураһында»ғы Федераль закон, «дингә мөнәсәбәттең һәм инаныстарҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, закон алдында тиңлелекте» раҫлай[3].
Рәсәй империяһы закондары менән нығытылған дини һәм милли сикләүҙәр 1917 йылдың 20 мартында Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан юҡҡа сығарыла[4].
Рәсәйҙә дини берләшмәләрҙең ҡануниәтте үтәүен күҙәтеү менән шөғөлләнгән махсус федераль дәүләт органы юҡ (СССР-ҙа СССР Министрҙар Советы ҡарамағында Дин эштәре буйынса совет була).
Рәсәйҙәге төп диндәр — христианлыҡ (башлыса православныйҙарҙан тора, католиктар, протестанттар), ислам һәм буддизм. РФ халҡының бер өлөшө динһеҙ[5].