Рәсәй Банкы
Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы, Рәсәйҙең айырым асыҡ-хоҡуҡи институты, беренсе кимәлдәге баш банк / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы), Рәсәйҙең айырым асыҡ-хоҡуҡи институты, беренсе кимәлдәге баш банк. Илдең баш эмиссия һәм аҡса-кредит көйләүсеһе; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән килешеп, берҙәм дәүләт аҡса-кредит сәйәсәтен эшләй һәм тормошҡа ашыра; уға айырым вәкәләттәр йөкмәтелгән, атап әйткәндә, аҡса знактарын эмиссиялау һәм банктар эшмәкәрлеген көйләү хоҡуғына эйә. Илдең бөтә кредит системаһын төп координациялау һәм көйләү органы ролен башҡарған Рәсәй Банкы иҡтисади идарлыҡ органы булып тора. Рәсәй Банкы кредит ойошмаларының эшмәкәрлегенә контроллек итә, уларға банк операциялары башҡарыуға лицензия бирә йә уны кире ҡайтарып ала, ә кредит ойошмалары үҙ сиратында башҡа юридик һәм физик шәхестәр менән эшләй, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Банкы ла юридик шәхес булып тора.
Рәсәй Банкы | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 1990 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ЦБРФ |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | председатель Центрального банка Российской Федерации[d] |
Етәксе | Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы |
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Рәсәй |
Валюта | ₽ |
Бойһонған ойошма (филиал) | Открытие Холдинг[d] |
Милке | Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы[d], Алокабанк[d] һәм Система передачи финансовых сообщений[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Здание Центрального банка[d], Мещанский район[d] |
Алыштырған | Государственный банк СССР[d] |
Распространяется | Google Play[d] һәм App Store[d] |
Рәсми сайт | cbr.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 18 981 һәм 51 600 ± 99[1] |
Рәсәй Банкы Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 71-се статьяһы билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы аҡсаны эмиссиялау хоҡуғына эйә, ә 75-се статья аныҡлаштырыуынса, аҡсаны эмиссиялау бары тик Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы тарафынан ғына ғәмәлгә ашырыла, уның төп функцияһы ла нығытыла: һумдың тотороҡлолоғон һаҡлау һәм тәьмин итеү, быны ул дәүләт власының башҡа органдарына буйһоноуһыҙ башҡара[2]. Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының статусы, эшмәкәрлек маҡсаттары, функциялары һәм вәкәләттәре «Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында»[3] Федераль закон һәм башҡа федераль закондар менән билдәләнә. 1993 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында совет өлгөһөндәге һумдар файҙаланыла. Рәсәй Банкы билеттары әйләнешкә төрлө йылдарҙа индерелә: мәҫәлән, 100 һумлыҡ банкнота — 1993 йылда, ә 1000 һумлыҡ — 1995 йылда. Хәҙерге өлгөләге Рәсәй һумдары әйләнешкә 1998 йылдың 1 ғинуарында 1000:1 нисбәтле деноминациянан һуң (1 миллион һум 1000 һумға әйләнә) индерелә, валютаның рәсми коды 810 RUR урынына 643 RUB тип үҙгәртелә. Рәсәй Банкының дәүләттеке булмаған ҙур номиналлы билеттары (ҡиммәтле ҡағыҙҙар) әйләнешкә 1992 йылда индерелә[4]. 1990—1996 йылдарҙа нығытылған хаҡлы дәүләттеке булмаған ҡиммәтле ҡағыҙҙар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә сығарыла. Мәҫәлән, Хакасияла улар Рәсәй аҡсаһына ҡытлыҡты кәметеү маҡсатында, ә Түбәнге Новгород өлкәһендә бензинға талон итеп файҙаланыла[5].
Рәсәй Банкы үҙен СССР Дәүләт банкының хоҡуҡи вариҫы итеп һанай. Рәсәй Банкының төп маҡсаттары — Рәсәй һумының тотороҡлолоғон һаҡлау һәм тәьмин итеү, банк секторын үҫтереү һәм нығытыу, түләү системаһының һөҙөмтәле һәм өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү[6]. Рәсәй Банкы 2002 йылдан башлап ҡына Рәсәй Федерацияһының рәсми үҙәк банкы булып тора.