Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре
Рәсәй Федерацияһы дәүләт хәрби ойошмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре[3][6] (рәсми булмаған ҡыҫҡартыу ВС РФ [4] Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең эске хеҙмәте Уставының 11-се Ҡушымтаһына ярашлы, ВС РФ ҡыҫҡартылыуы Ҡораллы Көстәр ойошмалары биналарына инеү урынындағы яҙыуҙарҙа[5]; хәрби формала рәсми рәүештә «Рәсәй Ҡораллы Көстәре» яҙыулы таҫмалар ҡаралған) — уға ҡаршы йүнәлтелгән, территориаль бөтөнлөктө һәм уның территорияһының тейелгеһеҙлеген ҡораллы обороналау, шулай уҡ халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы бурыстарҙы үтәү өсөн[6], агрессияларҙы кире ҡағыу өсөн тәғәйенләнгән Рәсәй Федерацияһы дәүләт хәрби ойошмаһы.
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре | |
Эмблема ВС РФ Лицевая сторона Знамени ВС РФ | |
Подразделениелар |
Виды войск (сил):
Отдельные рода войск:
Формирования специального назначения:
|
---|---|
Штаб-квартира | |
Командование | |
Верховный главнокомандующий |
президент |
Рәсәй Федерацияһы оборона министры | |
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы | |
Военные силы | |
Хәрби хеҙмәткә алыныу йәше |
с 18 до 27 лет |
Хеҙмәт итеү ваҡыты |
12 ай |
Армияла мәшғүлдәр |
≈ 1 150 628 (2023)[1] (5-е место) |
Запаста |
2 000 000 (2022)Ҡалып:Источник:Military Balance 2022 |
Финансы | |
Бюджет |
4,981 трлн ₽ (2023)[2] |
Промышленность | |
Эске поставкалаусылар |
|
Приложения | |
Тарихы |
ҡара: Рус армияһы тарихы |
Хәрби званиелар |
ҡара: Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең хәрби званиелары |
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Викимилектә | |
Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре ҙурлығы буйынса донъяла беренсе урында тороусы ядро арсеналына [7][8] һәм ядро ҡоралыняҡшы үҫешкән ташыу саралары системаһына эйә. Донъяның күпселек хәрби эксперттары фекеренсә, рәсәй армияһы донъяның иң көслө армияларының береһе булып тора, ул АҠШ ҡораллы көстәренән ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса ғына ҡалыша. Рәсәйҙең мобилизация ресурсы 31 миллион кеше тип баһалана[9].
Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре 1992 йылдың 7 майында элекке РСФСР территорияһында дислокацияланған СССР Ҡораллы Көстәре, шулай уҡ Рәсәйҙән ситтә ғәскәрҙәр һәм флот көстәре төркөмдәре (ҡара:Сит илдәрҙәге рәсәй хәрби объекттары исемлеге) нигеҙендә булдырылған. Ул осорҙа уларҙың һаны 2,88 миллион кеше тәшкил итте.
Ҡораллы көстәрҙең штат һаны Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән билдәләнә.
2017 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй Президенты В.В. Путин «Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең штат һанын билдәләү тураһында» 555-се указға ҡул ҡуйҙы, уның менән Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре һаны 1 902 758 кеше, шул иҫәптән 1 013 628 хәрби хеҙмәткәр билдәләнгән. Указ 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде[10][11].
2022 йылдың 25 авгусында Рәсәй Президенты В.В. Путин «Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең штат һанын билдәләү тураһында» 575-се указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Рәсәй Ҡораллы көстәре һаны - 2 039 758 кеше, шул иҫәптән 1 150 628 хәрби хеҙмәткәр. Указ 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә[12].
Рәсәй армияһын шәхси состав менән комплектлау 2014 йылдың аҙағына 82 %-ҡа баһаланған[13], 2015 йылдың аҙағына 92 %-ҡа тиклем еткерелгән, ә контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр һаны, беренсе тапҡыр призывниктар һанынан артығыраҡ булып, 352 мең кеше тәшкил иткән. 2016 йылға армия 93 % комплектланған, 384 мең кеше контракт буйынса хеҙмәт иткән, шул уҡ ваҡытта Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр сержант составы тулыһынса профессиональ була[14][15].