Сербия халҡы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сербияның халҡы нигеҙҙә сербтарҙан тора. Милли әҙселектә: албандар (Косовола күпселекте тәшкил итәләр), венгрҙар (башлыса Воеводинала), сиғандар, боснактар, хорваттар, словактар, румындар, болгарҙар һәм башҡалар. Воеводина әүәл — Австро-Венгрия, ә ҡалған Сербия (шул иҫәптән Косово) Ғосман империяһы составында була, шунлыҡтан улар дини һәм милли составы менән айырыла. Воеводина — Европала иң күп милләтле төбәктәрҙең береһе (25 этнос вәкилдәре йәшәй).