Силәбе өлкәһе географияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Силәбе өлкәһе Урта һәм Көньяҡ Урал биләмәләрендә урынлашҡан, эргәһендә Ҡурған, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан,Ҡаҙағстан бер-береһенә терәлеп урынлашҡан. Европа менән Азия араһындағы сик шартлы, нигеҙҙә, Урал тауҙарының һыуайырғыс һырттары буйынса уҙа. Көньяҡ Урал тимер юлының Уржумка станцияһынан йыраҡ түгел (Златоустан) 8 км, Уралтау артылышында) таш бағана тора. Уның бер яғында «Европа» тип, икенсе яғында — «Азия» тип яҙылған. Златоуст, Ҡытау-Ивановск, Һатҡы ҡалалары — Европала, Силәбе, Троицк, Мейәс — Азияла, Магнитогорск — донъяның ике өлөшөндә. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә Урта һәм Көньяҡ Урал, Урал һәм Себер араһында шартлы сик уҙа.