Сомали (ярымутрау)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сомали́[1][2] — Африканың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан ярымутрау. Ярҙары төньяҡтан — Аден ҡултығы, көнсығыштан Һинд океаны һыуҙары менән йыуыла. Ярымутрауҙың төньяҡ-көнсығыш осонда Гвардафуй мороно урынлашҡан. Ярымутрауҙың рәсми картографияла ҡабул ителмәһә лә, әммә киң таралған атамаһы — Африка Рогы (ингл. Horn of Africa[3][4][5][6]). Боронғо заманда һәм урта быуаттарҙа Билад әл-Барбар («Вәхшиҙәр ере») тип телгә алынған[7][8][9].
Сомали ярымутрауы | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 750 000 км² |
Урынлашыуы | |
9°30′ с. ш. 48°00′ в. д.HGЯO | |
Йыуыусы акватория | Аден ҡултығы, Һинд океаны |
Сомали Викимилектә |
Ярымутрау биләмәһе башлыса Сомали иле составына инә, бер өлөшө — Эфиопияға, Эритреяға, Джибутиға керә.
Ярымутрауҙың майҙаны яҡынса 750 000 км² тәшкил итә [10].
Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда Сомали ярымутрауында дөйөм эске тулайым продукт 106,224 млрд доллар тәшкил иткән, ә номиналь — 35,819 млрд доллар. 2010 йылда йән башына эске тулайым продукт 1061 доллар (һатып алыу мөмкинлеге паритеты) һәм 358 доллар (номинал) тәшкил итә[11][12][13][14].