Сохондо ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сохондо дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Сохонди́нский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) — 1973 йылдың 11 декабрендә ойошторола. Сохондо ҡурсаулығы биосфера ҡурсаулығы статусын 1985 йылда ала. Ул Байкал аръяғының көньяғында урынлашҡан. Хэнтей-Чикой таулығының иң бейек өлөшөн биләй. Сохондо яланғас тау массивтары Хэнтей-Чикой таулығы периферияһы буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 20 км самаһы һуҙылған, киңлеге 14 км-ға тиклем етә. Ике түбәһе: диңгеҙ кимәленән 2505 м бейеклектәге Ҙур Сохондо һәм Кесе (2404 м) түбәләре бар, улар араһындағы артылыш 2000 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡта күлдәр күп, улар башлыса боҙлоҡ сығышлы. Дөйөм майҙаны 210988 гектар. Һаҡланыусы зонаһы — 36 060 гектар.
Ҡыҫҡа факттар Сохондо дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) ...
Сохондо дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 210988 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1973 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
49°41′37″ с. ш. 111°05′27″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Байкал аръяғы крайы |
sokhondo.ru | |
Сохондо ҡурсаулығы Викимилектә |
Ябырға