Таймыр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таймыр (Таймыр ярымутрауы) — Рәсәйҙәге ярымутрау. Евразия континентында ҡоро ер ҡитғаһының иң төньяҡ өлөшө. Карск диңгеҙендәге Йәнәсәй ҡултығы менән Лаптевтар диңгеҙендәге Хатанга ҡултығы араһында урынлашҡан. Рәсәйҙәге иң ҙур ярымутрау (400 000 км2). Өҫкө ҡатламдарының характеры буйынса өс өлөшкә бүленгән: Төньяҡ-Себер уйһыулығы, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған Бырранг (1125 метрға тиклем бейеклектә) тауҙары һәм Карск диңгеҙ яры буйындағы тигеҙлек. Ярымутрауҙың көньяҡ сиге булып Путоран платоһының[2] төньяҡ сумалағы (уступ) һанала. Таймырҙың төньяғында диңгеҙ эсенә мороно менән тәрән инеп киткән Челюскин ярымутрауы урынлашҡан. .
Таймыр | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Красноярск крайы[1] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Карский диңгеҙе |
Иң юғары нөктә | Бырранга[d] |
Майҙан | 400 000 км² |
Таймыр Викимилектә |
Таймырҙағы эре йылғалар: Пясина, Үрге һәм Түбәнге Таймыр, Хатанга.
Иң ҙур күлдәре: Таймыр, Портнягино, Кунгасалах, Лабаз, Кокор.
Иң ҙур ҡултыҡтар: Миддендорф, Пясин, Симс, Таймыр ҡултығы, Клавенес Тереза, Фаддей, Прончищева Мария бухта.
Административ яҡтан Красноярск крайы составына инә.Унда айырым Таймыр Долгано-Ненец өлкәһен төҙөй. Иң ҙур тораҡ— Ҡарауыл ауылы