Техник фәндәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Техник фәндәр (син. инженерлыҡ фәндәре) —техниканы булдырыу һәм уны артабан үҫтереү өсөн мөһим күренештәрҙе өйрәнеүсе фән өлкәһе. Техник фәндәр буйынса ғалимдарҙың эшмәкәрлеге фәнни-техник эшмәкәрлек сиктәрендә башҡарыла һәм башлыса ул ғәмәли характерҙа алып барыла.
Фәнни -техник тикшеренеүҙәрҙең практик йүнәлештә булыуы уны фундаменталь фәнгә ҡапма- ҡаршы ҡуя тип иҫәпләйҙәр. Ғәмәли тишеренеүҙәр менән фундаменталь фән араһында ныҡлы бәйләнеш бар: бер яҡтан, фундаменталь тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре ғәмәли тикшшеренеүҙәр өсөн нигеҙ булһа, икенсе яҡтан, фәнни-техник эшмәкәрлек һөҙөмтәләре ғалим-теоретиктар сығарған фәнни теорияларҙы иҫбатлай йәки инҡар итеү өсөн дәлил булып тора. Техник һәм фундаменталь фәндәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүенең классик миҫалы- «мәңгелек двигатель» эшләү мәсьәләһе, «мәңгелек двигатель» класындағы техник ҡоролмаларҙы булдырыу идеяһы күп быуаттар техник яҡтан тормошҡа ашырып булмауы сәбәпле инҡар ителә, был ошо өлкәлә фәнни-техник тикшеренеүҙәрҙе һәм мәңгелек двигатель эшләүҙе эшләп булмауы тураһында фундаменталь фәндең постулаттарын сығарырға мөмкинлек бирә.