Тритон (юлдаш)
Нептундың тәбиғи һәм берҙән-бер түңәрәк юлдашы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тритон (бор. грек. Τρίτων) — Нептундың иң ҙур юлдашы, уны инглиз астрономы Уильям Лассел 1846 йылдың 10 октябрендә аса. Ҡояш системаһыда ҙурлығы буйынса етенсе һәм Ҡояш системаһында орбитаһы буйлап ретроград хәрәкәт менән йөрөүсе берҙән-бер һәм иң ҙур юлдаш. Ретроград хәрәкәте һәм составы буйынса оҡшашлығы нигеҙендә Плутон уны Койпер билбауынан тартып алған, тип иҫәпләнелә[3].
Тритон | |
Масса | 21,39 ± 0,03 йоттаграмм[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Тритон (мифология) |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Уильям Лассел[d][2] |
Асыу датаһы | 10 октябрь 1846 |
Астрономик асыш урыны | Англия |
Родительское тело | Нептун |
Орбита эксцентриситеты | 1,6E−5 |
Наклонение орбиты | 129,812 °, 156,885 ° һәм 129,608 ° |
Орбитальный период | −5,876854 тәүлек |
Большая полуось орбиты | 354 759 km |
Видимая звёздная величина | 13,47 |
Абсолютная звёздная величина | −1,2 |
Альбедо | 0,76 |
Тығыҙлыҡ | 2,061 грамм на кубический сантиметр |
Температура | 38 K |
Майҙан | 23 018 000 км² |
Күләме | 10 384 000 000 км³ |
Радиус | 1353,4 ± 0,9 km |
Диаметр | 2700 km |
Поверхностная гравитация | 0,779 метр в секунду в квадрате |
Тритон Викимилектә |
Тритондың ядроһы таш-металдан тора һәм юлдаштың дөйөм массаһының 2/3 өлөшөн тәшкил итә, тип фаразлана. Ядро һыу боҙо ҡабығы һәм азот боҙо ҡатламы менән бергә боҙ мантияһын хасил иткән[4]. Тритон составында һыу боҙо 15 проценттан 35 процентҡа тиклем етә, тигән фекер бар.
Тритон — Ҡояш системаһында геологик йәһәттән иң әүҙем юлдаштарҙың береһе. Тектоник әүҙемлек эҙҙәре, хикмәтле рельефы һәм азот сәсеп торған күп һанлы криовулкандары уның ҡатмарлы геологик тарихы тураһында һөйләй. Шыйығайтылған азот атмосфераһы баҫымы диңгеҙ кимәлендә ер атмосфераһы баҫымынан 1/20000 тәшкил итә[5][6].