Тунгус ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тунгус ҡурсаулығы (рус. Тунгу́сский запове́дник) — Красноярск крайының Эвенк районы территорияһында Урта Себер яйлаһының үҙәк өлөшөндәге тәбиғәт ҡурсаулығы. Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1995 йылдың 9 октябрендәге Ҡарарына ярашлы булдырыла. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.
Ҡыҫҡа факттар «Тунгус» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) ...
«Тунгус» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 296 562 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 9 октябрь 1995 йыл |
Урынлашыуы | |
60°43′53″ с. ш. 101°58′03″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Красноярск крайы |
Яҡындағы ҡала | Ванавара |
тунгусский-заповедник.рф | |
Тунгус ҡурсаулығы Викимилектә |
Ябырға
Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 296 562 гектар. Буфер зонаһының майҙаны — 20 241 гектар. Иң юғары нөктәһе ҡурсаулыҡтың төньяҡ-көнбайыш сигендә — диңгеҙ кимәленән 602,5 м бейеклектә урынлашҡан[1].
Ҡурсаулыҡ мәңге туңлыҡтың көньяҡ сигендә урынлашҡан. Үҙәк усадьбаһы Ванавара ҡасабаһында урынлашҡан.