Төбәкте өйрәнеү фәне
төбәк төркөмдәренең, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм глобаль конкуренция субъекттары булараҡ, илдәр һәм уларҙың төбәктәренең эске һәм тышҡы үҫ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Төбәкте ө́йрәнеү — юғары уҡыу йорттарының аналитик фәне, ул территориаль берләшмәләрҙең (геосәйәси, географик, иҡтисади, социомәҙәни, конфессиональ һәм башҡа), төбәк төркөмдәренең, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм глобаль конкуренция субъекттары булараҡ, илдәр һәм уларҙың төбәктәренең эске һәм тышҡы үҫеш факторҙарын өйрәнә. Географик йәһәттән илде өйрәнеүҙән айырмалы рәүештә бында системалы ҡараш киң файҙаланыла[1]. Рәсәй Федерацияһында төбәкте өйрәнеү буйынса база уҡыу курсы юғары уҡыу йортоноң 350300-сө «Төбәкте өйрәнеү» махсус дисциплинаһына нигеҙләнә, ул махсус дисциплина дәүләт идараһы һәм төбәк сәйәсәте өлкәһендә эшләйәсәк төбәк белгестәрен әҙерләй[2].
Төбәкте өйрәнеү фәне | |
Код CIP | 05.01 |
---|---|
Төбәкте өйрәнеү фәне Викимилектә |
Ғәмәлдә төбәкте өйрәнеү фәне географияның «Илде өйрәнеү» фәне (илдәрҙе комплекслы өйрәнеү, уларҙың тәбиғәте, халҡы, хужалыҡ итеүе, мәҙәниәте һәм социаль ойошмалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу һәм дөйөмләштереү) менән тығыҙ бәйләнгән, әммә улар араһына тигеҙлек ҡуйырға ярамай, сөнки төбәкте өйрәнеү фәне башҡа төрлө ысулдар ҡуллана, атап әйткәндә, улар нигеҙендә төҙөлгән классификация структураларының төрлөлөгөндә сағылыш таба[3][4]. Төбәкте өйрәнеү фәне шулай уҡ крайҙы өйрәнеү фәне менән дә бәйле, ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, крайҙы өйрәнеүҙе ошо уҡ төбәкте өйрәнеү фәне сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған фәнни булмаған тәжрибә тип атарға мөмкин[5].