Урыҫ ҡағанлығы
Көнсығыш Европала гипотетик дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Урыҫ ҡағанлығы — хронологик яҡтан алдараҡ Киев Русенән элегерәк булған русь (русь кешеләре) халҡының фаразланған дәүләт ҡоролошо.
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Урыҫ ҡағанлығы | |
үҙатамаһы билдәһеҙ | |
билдәһеҙ — IX быуат
| |
---|---|
Телдәр |
боронғо рус теле, боронғо скандинав теле һ. б. |
Халҡы |
көнсығыш славяндар, скандинавтар һ. б. |
Преемственность | |
[[Киев Русе]] → | |
IX быуаттың ҡайһы бер сығанаҡтарында урыҫтарҙың хакимы ҡаған (хакан) тип аталған. Был хаҡта иң тәүге хәбәр боронғо рус йылъяҙмаларына ярашлы, Новгородта һәм Киевта варяг кенәзлектәре әлегә булмаған ваҡытҡа (Бертин анналдары), 839 йылға, ҡарай. Ҡаған — күсмә империяларҙың юғары хакимдары йөрөткән төрки-монгол титулы. Моғайын, Русь уны хазарҙарҙан үҙләштергәндер. X быуат сығанаҡтарында Русь (Боронғо рус дәүләте) хакимдарына ҡарата титул ҡулланылмай, был уның ҡулланылыштан сығыуын дәлилләй. Әммә ул XI—XII быуаттарҙағы ҡайһы бер боронғо рус текстарында киев кенәздәренә ҡарата ҡулланыла. Тикшеренеүселәр фаразлауынса, был ваҡытта ул, христиан булмағанлыҡтан, йыйылыштарҙа маҡтау һүҙе йәки панегирик итеп, рәсми рәүештә ҡулланылмағандыр[1]
Сығанаҡтар етешмәү сәбәпле, Рус ҡағанлығы тарихына дөйөм ҡабул ителгән ҡараш юҡ. Уның барлыҡҡа килеү ваҡытын фаразлау рәүешендә генә билдәләргә мөмкин, һәм ниндәй ҙә булһа көнсығыш славян ҡәбиләләренең «суперсоюзы» менән тиңләү ҙә фараз ғына булып ҡала. Күпселек тикшеренеүселәр фекеренсә, Урыҫ ҡағанлығы үҙенең тәүге ҡиәфәтендә IX быуаттың икенсе яртыһына йәки аҙағына тиклем йәшәгәндер, һуңынан уны урыҫ йылъяҙмаларында тасуирланған берләшмәләр алыштырған[2].
«Урыҫ ҡағанлығы» («урыҫ хағанаты» формаһында) терминын 1862 йылда С. А. Гедеонов фәнни әйләнешкә индерә[3].