Утыҙ йыллыҡ һуғыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Утыҙ йыллыҡ һуғыш — Изге Рим империяһында һәм Европала гегемония өсөн ҡораллы низағ. Һуғыш 1618 йылдан алып 1648 йылға тиклем дауам иткән һәм теге йәки был дәрәжәлә ғәмәлдә бөтә Европа илдәренә ҡағылған. Низағ Изге Рим империяһында католиктар һәм протестанттарҙың ҡаршылыҡтары һымаҡ башлана, ләкин һуңынан Европала Габсбургтарҙың өҫтөнлөк итеүенә ҡаршы көрәшкә әүерелә. Низағ Европала һуңғы ҙур дини һуғыш булған һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең Вестфаль системаһын барлыҡҡа килтерә.
Утыҙ йыллыҡ һуғыш | |||
Дата |
23 май 1618 — 24 октябрь 1648 | ||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Вестфаль килешеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Утыҙ йыллыҡ һуғыш Викимилектә | |||
Һуғыш Чехияла 1618 йылдың майында башланған. Артабанғы ҡораллы көрәш дүрт ҙур осорға бүленә: Чехия — Пфальц, Дания, Швеция, Франция — Швеция. Низағты бөтөрөр өсөн ике ынтылыш — Любекский тыныслыҡ килешеүе (1629) һәм Прага тыныслыҡ килешеүе (1635) — уңышһыҙ тамамлана, сөнки улар бөтә яҡтарҙың мәнфәғәттәрен иғтибарға алмағандар. Был эш бөтә Европа Вестфаль тыныслыҡ конгрессына (1641—1648) килеп сыға. 1648 йылдың 24 октябрендә Изге Рим империяһы императоры һәм империя ҡатламдары араһында көстәр балансын һәм конституцион сиктәрен билдәләй. Берләшкән Провинциялар республикаһы һәм Швейцария союзы бойондороҡһоҙ дәүләт булып китәләр һәм империя составынан сығалар.
Утыҙ йыллыҡ һуғыш хәрәкәттәре Үҙәк Европала, башлыса Германияла була. Һуғыш хәрәкәттәре үҙе лә, улар арҡаһында барлыҡҡа килгән аслыҡ һәм эпидемиялар тотош төбәктәрҙе буш ҡалдыра. Һуғышта Көньяҡ Германия халҡының өстән бер өлөшө генә иҫән ҡала. Күп кенә өлкәләргә һуғыш эҙемтәләре арҡаһында килеп сыҡҡан иҡтисади һәм социаль төшкөнлөктән тергеҙелеү өсөн быуаттан ашыу ваҡыт талап ителгән.