Фатимиҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фатимиҙар (ғәр. الفاطميون) династияһы — 909 йылдан 1171 йылға тиклем идара иткән Фатимиҙар хәлифәлеге шиғый (исмәғилиҙәр) хәлифәләре һәм имамдар династияһы. Үҙҙәрен Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманың вариҫтары тип һанайҙар (исеме шунан килеп сыҡҡан).
Фатимиҙар | |
Кем хөрмәтенә аталған | Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы |
---|---|
Нигеҙләүсе | Абдуллах аль-Махди[d] |
Дәүләт | Фатимиҙар хәлифәлеге |
Мәзһәб | Исмәғилилек |
Фатимиҙар Викимилектә |
Фатимиҙарҙың юғары күтәрелеүе бербер ҡәбиләһе Күтәмә халҡы ихтилалы арҡаһында була. Улар имам-мәхди килеүе лозунгыһы аҫтында Африкалағы сөнни Әғләбиҙәр дәүләтен ҡыйратҡан. 910 йылдың ғинуарында исмәғилиҙәр имамы Ғөбәйҙуллаһ мәхди тип иғлан ителә һәм хәлифә титулын ала. Фатимиҙар Төньяҡ Африка, Сицилия, Шам (Левант) ерҙәрен, Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйҙары халҡын үҙҙәренә буйһондороп, барлыҡ мосолман донъяһында хакимлыҡ итеү өсөн көрәште дауам итә.
Фатимиҙар армияһы ялланған һалдаттарҙан һәм мәмлүктәрҙән тора. Фатими хәлифә әл-Ғәдид үлгәндән һуң әйүбиҙәр династияһынан күрд вәзире Сәләх әд-Дин власҡа килеү менән династия йәшәүҙән туҡтай[1].