Халыҡ-ара валюта фонды
From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара валюта фонды, ХВФ (ингл. International Monetary Fund, IMF) — БМО-ның махсус учреждениеһы, штаб-фатиры АҠШ-та Вашингтонда урынлашҡан.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Халыҡ-ара валюта фонды (ХВФ) Международный валютный фонд (МВФ) | |
International Monetary Fund (IMF) | |
ХВФ ағзалары булған дәүләттәр
| |
Ағза |
188 дё=лёт |
---|---|
Штаб-квартира | |
Ойошма төрө |
БМО-ның махсус учреждениеһы |
Етәкселәре | |
Нигеҙләнгән | |
ХВФ Хартияһы ойошторооу | |
ХВФ ойоштороуҙың рәсми датаһы | |
Эшләй башлаған ваҡыт | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Халыҡ-ара валюта фонды Викимилектә | |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының валюта-финанс мәсьәләләренә арналған Бреттон-Вудс конференцияһында 1944 йылдың 22 июлендә килешеүҙең нигеҙе эшләнә (ХВФ Хартияһы). ХВФ концепцияһын эшләүгә британ делегацияһы етәксеһе Джон Мейнард Кейнс һәм АҠШ финанс министрлығының юғары вазифалы хеҙмәткәре Гарри Декстер Уайт айырыуса ҙур өлөш индерә. Килешеүҙең һуңғы вариантына тәүге 29 дәүләт 1945 йылдың 27 декабрендә — ХВФ барлыҡҡа килеүҙең рәсми датаһында — ҡул ҡуя. ХВФ эшмәкәрлеген 1947 йылдың 1 мартында Бреттон-Вудс системаһының бер өлөшө булараҡ башлай. Шул уҡ йылды Франция беренсе кредитты ала[1]. Әлеге ваҡытта ХВФ 188 дәүләтте берләштерә, уның структураларында 133 илдән 2500 кеше эшләй.
Дәүләт түләү балансы ҡытлығын кисергәндә, ХВФ ҡыҫҡа һәм урта мөҙҙәтле кредиттар бирә. Кредит менән бергә шарттар һәм тәҡдимдәр тупланмаһы ла тағыла.
ХВФ-тың үҫештәге илдәргә ҡарата сәйәсәте һәм тәҡдимдәре йыш тәнҡитләнә, сөнки был тәҡдимдәрҙе һәм шарттарҙы үтәү һуңғы сиктә дәүләт иҡтисадының үҙаллылығын, тотороҡлолоғон һәм үҫешен тәьмин итеүгә килтермәй, ә уны халыҡ-ара финанс ағымдарына беркетеүгә генә хеҙмәт итә тип табыла.
ХВФ-тың етәксе директорҙары араһында испан, голланд, немец, 2 швед, 6 француз булды.