Халыҡ-ара стандарт китап номеры
баҫма менән эш итеүҙе автоматлаштырыу өсөн кәрәкле китап идентификаторы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара стандарт китап номеры (ингл. International Standard Book Number, ҡыҫҡаса — ингл. ISBN) — китап баҫмаһының уникаль номеры, китапты сауҙа селтәрҙәрендә таратыу һәм баҫма менән эшләүҙе автоматлаштырыу өсөн кәрәк. Китапхана-библиографик классификация (библиотечно-библиографическая классификация, ББК), универсаль унарлы классификация (универсальная десятичная классификация, УДК) индекстары һәм авторлыҡ билдәһе менән бергә, халыҡ-ара стандарт китап номеры нәшерләү пакетының бер өлөшө булып тора.
Стандарт Бөйөк Британияла 1966 йылда Гордон Фостерҙың 9 урынлы стандарт китап номеры (ингл. Standard Book Numbering code, ҡыҫҡаса — ингл. SBN code) нигеҙендә эшләнә. 1970 йылда бер аҙ үҙгәреш менән ISO 2108 халыҡ-ара стандарты тип ҡабул ителә. 2007 йылдың 1 ғинуарынан халыҡ-ара стандарт китап номерының 13 урынлы яңы стандарты индерелә, ул штрих-кодҡа тап килә.
Ваҡытлы матбуғат баҫмалары өсөн дә бындай ISSN (International Standard Serial Number) стандарты бар.
Рәсәйҙә халыҡ-ара китап стандарт номеры 1987 йылдан ҡулланыла[1], Белоруссияла — 1993 йылдан[2].