Хаммурапи ҡанундары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хаммурапи ҡанундары (аккадInu Anum sîrum, «Мөхтәрәм Ану…» — һуңғы бабил күсереп яҙыусылары тарафынан текстың тәүге һүҙҙәре буйынса бирелгән атамаһы), шулай уҡ Хаммурапи Кодексы) — Иҫке Бабил осороноң ҡануниәт йыйылмаһы, беҙҙең эраға тиклем 1750-се йылдарҙа Хаммурапи батша ваҡытында барлыҡҡа килтерелгән. Донъяла иң боронғо хоҡуҡиәт ҡомартҡыларының береһе.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Хаммурапи ҡанундары | |
Кем хөрмәтенә аталған | Хаммурапи |
---|---|
Дәүләт | Бабилия |
Төп тема | Мөлкәт (милек объекты), Ғаилә хоҡуғы[d], частное право[d], уголовное право[d], Мираҫ хоҡуғы, преступление против личности[d], аренда[d], Договор подряда[d] һәм правосудие[d] |
Баҫма йәки тәржемә | The Laws of Hammurabi, King of Babylonia[d], Hammurabin lait[d], The Code of Hammurabi, King of Babylon, about 2250 B.C.[d] һәм Q19184310? |
Әҫәр яҙылған тел | аккад теле[d] |
Әҫәрҙең теле | аккад теле[d] |
Нәшер ителеү ваҡыты | б. э. т. 1752 |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Хаммурапи ҡанундары Викимилектә |
Йыйылманың төп тексы аккад телендә шына яҙыуҙа һаҡланған. Ул конус рәүешендәге диорит стелаға соҡоп яҙылған. Стела француз археологик экспедицияһы тарафынан 1901 йыл аҙағы — 1902 йыл башында Фарсия территорияһындағы боронғо Суза ҡалаһын ҡаҙыу эштәре барғанда табыла. Хәҙерге заман тикшеренеүселәре Ҡанундарҙы 282 параграфҡа бүлә, уларҙа суд башҡарыу, милектең төрлө формаларын һаҡлау һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, шәхес һәм енәйәт эше хоҡуҡиәте мәсьәләләре көйләнә. 35-ләп параграф стеланан борон замандарҙа уҡ юйылған булған һәм әлеге ваҡытта, балсыҡ таҡталарҙағы күсермәләренә ҡарап, өлөшләтә тергеҙелгән.
Хаммурапи ҡанундары — йәшәп килгән хоҡуҡ тәртибенә бик ҙур реформа үткәреү һөҙөмтәһе, ул тәүтормош йәмғиәтендә үк яралған һәм бер ҡасан да яҙылмаған тәртип нормаларын унификациялау һәм тулыландырыу маҡсатында үткәрелгән. Боронғо Месопотамияның шына яҙыулы хоҡуҡиәтенең иң юғарғы үре сифатында был Ҡанундар күп быуаттар буйы Боронғо Көнсығыштың хоҡуҡи мәҙәниәтенә йоғонто яһаған. Бабил йыйылмаһында нығытылған хоҡуҡ системаһы үҙ осоро өсөн алдынғы булып торған һәм норматив йөкмәткеһе һәм ҡулланылған юридик төшөнсәләр байлығы буйынса уны Боронғо Римдың һуңғы осор хоҡуҡиәте генә уҙа алған.
Яҡын Көнсығышта сословиелы йәмғиәт барлыҡҡа килеүҙең башланғыс осоронда сығарылыуына һәм шунлыҡтан енәйәт язаларының айырата ҡатылығына ҡарамаҫтан, Ҡанундар хоҡуҡи көйләүҙең иҫ киткес уйланылғанлығы һәм төҙөклөгө менән айырылып тора. Көнсығыштың башҡа күп ҡомартҡыларынан айырмалы, Хаммурапи йыйылмаһына хоҡуҡ нормаларының сакраль-дини мотивтарҙан азат булыуы хас, һәм был уны кешелек тарихындағы тәүге саф ҡануниәт актына әйләндерә.