Харуки Мураками
From Wikipedia, the free encyclopedia
Харуки Мураками (яп. 村上 春樹 Харуки Мураками, 12 ғинуар 1949 йыл, Киото) — япон яҙыусыһы һәм тәржемәсе.
{{{Исеме}}} | |
Жанр: |
роман, антиутопия, эссе |
---|---|
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Уның китаптары 50 телгә тәржемә ителгән, Японияла һәм сит илдәрҙә бестселлер булып тора. Нәфис һәм фәнни әҙәбиәтте уҡыусылар һәм тәнҡитселәр уны халыҡ-ара кимәлдәге яҙыусы тип таный. Был уға бик күп наградалар килтерә. Муракамиҙың киң билдәле булған әҫәрҙәре - «Охота на овец» (1982), «Норвежский лес» (1987), «Хроники заводной птицы» (1994-95), «Кафка на пляже» (2002) һәм «1Q84» .(2009-10). Ул шулай уҡ япон теленә Раймонд Карвер һәм Джером Сэлинджер әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Мураками китаптарында көнбайыш яҙыусыларының, шул иҫәптән, Ричард Бротиган, Чандлер һәм Курт Воннегут ижадының йоғонтоһо ҙур. Ошо сәбәптәр арҡаһында Японияла уның китаптарын «японса түгел» тип һанайҙар. Мураками эштәренең күпселеге сюрреалистик һәм меланхолиялы, уларҙың сюжетына яңғыҙлыҡ темаһы һәм Кафкаға хас ситләшеү характерлы. Киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә ул бер нисә тапҡыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы на номинациялана[12], ләкин номинацияға тәҡдим ителгәндән һуң илле йыл үткәс кенә уның премияға тәҡдим ителеүе тураһындағы документтарҙы баҫтырып сығара[13], шунлыҡтан Муракамиға Нобель премияһы биреү тураһындағы мәғлүмәт бер нисек тә раҫланмаған хәбәр булып тора.