Химик ҡушылмалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Химик ҡушымталар — химик яҡтан бәйләнгән ике йәки унан да күберәк элемент (гетеронуклер молекулалары) атомдарынан торған ҡатмарлы матдә. Ҡайһы бер ябай матдәләрҙе, әгәр уларҙың молекулалары ковалент бәйләнеше менән бәйләнгән атомдарҙан (азот, кислород, бром, хлор, фтор) тәшкил итһә, химик ҡушылмалар тип ҡарарға мөмкин.[2] Инерт (затлы) газдар һәм атом водороды химик берләшмәләр тип иҫәпләнмәй.