Хорунжий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хорунжий (бел. харунжы, пол. chorąży, укр. хорунжий) — байраҡ йөрөтөүсе, шулай уҡ (бик һирәк) хоружий — чин, ғәскәри вазифа, ә һуңғараҡ — ҡайһы бер Көнсығыш һәм Үҙәк Европа илдәрендә , хәҙерге Польшала, элек — Рәсәйҙә лә хәрби һәм хеҙмәт (махсус) званиеһы.
Ҡыҫҡа факттар Ҡыҫҡаса атамаһы, Дәүләт ...
Хорунжий | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | chor. |
---|---|
Дәүләт |
Польша Речь Посполитая |
Юрисдикция таралышы | Поляк Короллеге тажы[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | сотник[d] |
Ябырға
Исеме хоругвь (пол. chorągiew, бел. харугва) һүҙенән алынған — XV — XVIII быуаттарҙа хәрби байраҡ һәм хәрби отряд. Сығышы буйынса монгол, славян телдәренә төрки телдәре аша килгән: төрк. хоруг — әләм, байраҡ; һаҡлау, ҡурсалау тип тәржемә ителә. Шулай итеп, башта «хорунжий» һүҙе «байраҡ йөрөтөүсе» тигәнде аңлата; аквилифер, вексилларий, драконарий, сигнифер боронғо рим һүҙҙәренә тап килә.