Эльбрус
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эльбру́с (ҡарас.-балҡ. Минги-Тау, ҡаб.-черк. Iуащхьэмахуэ) — стратовулкан[2] Рәсәйҙә Кавказдағы — иң бейек тау түбәһе (диңгеҙ кимәленән 5642 м), Евразияның иң юғары стратовулканы, Европаның, Европа менән Азия араһындағы сикте Төп Кавказ һырты аша үткәреү шарты менән, шулай уҡ иң юғары түбәһе. Ер йөҙөнөң «Ете түбә» иң бейек түбәләр исемлегенә инә. Уның ҡабырғаларынан ағып төшөүсе иреү һыу Төньяҡ Кавказдың эре йылғаларын: Кубань, Малка һәм Баҡсан туйындыра. Яҡшы үҫешкән транспорт һәм инфраструктура уңайлыҡтары менән Эльбрус һәм уға яҡын биләмәләр рекреация, спорт, туризм һәм альпинизм планында таныулы.
Эльбрус | |
ҡарас.-балҡ. Минги тау | |
Тау һырты | Боковой хребет[d] |
---|---|
Яҡынса бейеклеге | 4741 метр[1] |
Родительская вершина | Эльбрус |
Топографическая изоляция | 2473 km |
Донъя ҡитғаһы | Европа һәм Азия |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Эльбрусский район[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 5642 метр[1] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Липарит[d], вулканический туф[d], гранит[d], Гнейс һәм сланцы[d] |
Эльбрус Викимилектә |
Эльбрустың биле (5416 метр) уны Көнсығыш (5621 м) һәм Көнбайыш (5642 м) түбәләргә бүлә, һәм тап шул билендә түбәһендәтуристар өсөн Кавказдың иң бейек приюты (торанҡаһы) урынлашҡан.