Эстония
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эст. Eesti [ˈeːsʲti]) — Төньяҡ Европалағы дәүләт[4], Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Көнсығышта Рәсәй менән сиктәш (оҙонлоғо — 324 саҡрым), көньяҡта Латвия (333 саҡрым) менән сиктәш. Төньяҡта, Фин ҡултығында, Финляндияға яғынан диңгеҙ сиге үтә. Төньяҡ һәм көнбайышта Балтик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла. Баш ҡала — Таллин ҡалаһы. Майҙаны 45 227 км² тәшкил итә, халҡы — 1 329 460 кеше. Шулай итеп, Эстония территорияһы буйынса донъяла 129-сы урынды биләй (Европала 29-сы), 158-се — халыҡ һаны буйынса (34-се Европала), ә был күрһәткестәр буйынса Балтик буйында иң аҙ күрһәткес булып тора.
| |||||
Гимн: Эстония гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 24 февраль 1918 (Рәсәй империяһынан) 20 август 1991 (СССР-ҙан) | ||||
Рәсми телдәр | Эстон теле | ||||
Баш ҡала | Таллин | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Таллин, Тарту, Нарва, Кохтла-Йәрве, Пәрну | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Алар Карис Кая Каллас | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 132 урын 45 227[1] км² 4,56 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2013) • Тығыҙлыҡ | 151 урын ▼1 286 540 кеше[2] 29 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2013) • Кеше башына | 106 урын 34,393 млрд[3]. $ 25 161[3] $ | ||||
Валюта | Евро | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +2, +3 |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы 1991 йылдың 17 сентябренән, Европа берлеге — 2004 йылдың 1 майынан, 2004 йылдың 29 мартынан — НАТО, 2010 йылдың 9 декабренән — Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы ағзаһы. Юғары уҡыу йорто ағзаһы (1993). Шенген зонаһына һәм еврозонаға инә.
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1918 йылдың 24 февралендә иғлан ителгән.
Рәсми тел — эстон теле[5]. Аҡса берәмеге — евро[5].