Ягуар (лат. Panthera onca. Panthera onca) —бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс һөтимәрҙәр төрө, пантералар (Panthera) ырыуының биш вәкиленең береһе, ул ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка территорияһында берҙән-бер зат вәкиле.
Ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө һәм Яңы Донъяла бесәйҙәр ғаиләһенең иң ҙуры.[1]
Төрҙөң ареалы Мексиканан көньяҡҡа табан Парагвайға һәм төньяҡ Аргентинаға тиклем һуҙыла.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ягуар |
В зоопарке Сан-Паулу, Бразилия. |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Инфра-класс: | Плаценталылар | Ярым отряд: | Бесәй һымаҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Panthera onca Linnaeus, 1758
|
а53ы т2рк2мы |
---|
- Panthera onca onca
- Panthera onca arizonensis
- Panthera onca centralis
- Panthera onca goldmani
- Panthera onca hernandesii
- Panthera onca palustris
- Panthera onca paraguensis
- Panthera onca peruvianus
- Panthera onca veracrucis
|
Ареал |
---|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Хәүефле хәлгә яҡын IUCN 3.1 Near Threatened : 15953
|
|
Ябырға
Кәүҙә оҙонлоғо, ҡойроғон иҫәпкә алмағанда, 112-185 см була, ҡойроғо 45-75 см тирәһе,[2] массаһы 36-113 кг, башлыса 60-90 кг, айырым осраҡтарҙа 120 кг-ға тиклем. Тәбиғәттә рекорд 158 кг тәшкил иткән.[2] Инәһе 20 % кәмерәк һәм еңелерәк. Ғәҙәти нормаль өлкән атаның ауырлығы 90-120 кг (яҡынса уртаса 90-95 кг), ә инәнең 60-80 кг тәшкил итә. Бейеклеге 63-76 см.[3][4]
Тыштан ягуар леопардҡа ныҡ оҡшаған, тик ҙурлығы буйынса уны күпкә уҙып китә. Юлбарыҫ кеүек ул һыуҙа яҡшы йөҙә ала.