Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге (ғәр. الدولة العباسية), Бағдад хәлифәлеге — 750 йылдан алып 1258 йылға тиклем булған феодаль теократик дәүләт. Идара итеүсе династия — Ғәббәсиҙәр. Хәлифәлек составына хәҙерге Азияның ғәрәп илдәре, Урта Азияның бер өлөшө, Мысыр, Иран һәм Төньяҡ Африка биләмәләре ингән. 945 йылда Буйиҙар хәлифәлекте баҫып алғанға тиклем үҙаллы сәйәсәт алып барған[1]. 1055 йылда Бағдадты төрки сәлжүктәр яулап алғандан һуң, Ғәббәсиҙәр хәлифәләре тик баш ҡалаға яҡын булған өлкәгә генә эйә булған[2].
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге | |||
الدولة العباسية | |||
| |||
750 — 1258
| |||
---|---|---|---|
Баш ҡала |
Анбар (750—762) | ||
Телдәр | |||
Дин | |||
Идара итеү формаһы |
хәлифәлек | ||
Династия |
Ғәббәсиҙәр | ||
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге Викимилектә | |||
Хәлифә Әбү Йәғәфәр әл-Мансур илдең баш ҡалаһын Анбар ҡалаһынан Бағдад ҡалаһына күсерә[3]. 836 йылдан алып 892 йылға тиклем хәлифәлектең баш ҡалаһы Сәмәррә булған. Ғәббәсиҙәр заманында ғәрәптәрҙең дәүләте Бағдад хәлифәлеге тип аталған.