Ҡар ишелмәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡар ишелмәһе (нем. Lawine, лат. labina — ишелмә, шыуышма, ишелгән (шыуған) ер) — тау битенән шыуып, ишерелеп төшөүсө ҡар массаһы. Ҡар ишелмәләрендә кешеләр (йыш ҡына альпинистар, һәүәҫкәр тау саңғысылары һәм сноубордистар) ҡорбан була һәм ҙур ғына матди заян күрелә. Ҡайһы саҡта ҡар ишелмәләренең эҙемтәләре һәләкәтле була (1999 йылдың февралендә массаһы 170 мең т. ҡар ишелмәһе Автрияның Гальгут ҡасабаһын тулыһынса емерә, 30 кеше ҡорбан була[1], ә 2012 йылдың март башында Афғанстанда ҡар ишелмәләре серияһы торлаҡтарҙы емерә һәм 100-ләп кеше һорьан була[2]).
Ҡар ишелмәләре Рәсәйҙең[3] һәм донъяның барлыҡ таулы райондарында бар[4]. Ҡыш ваҡытында улар тауҙарҙың тәбиғи хәүефлелеге булып тора.[5]