Һинд субконтиненты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һиндостан субконтиненты — Гималай тауҙарынан көньяҡтараҡ урынлашҡан субконтинент. Субконтинентта Пакистан, Һиндостан һәм Бангладеш дәүләттәре[1] урынлашҡан, шулай уҡ йыш ҡына Непал, Бутан, Шри-Ланка дәүләттәре территорияһын керетеп иҫәпләйҙәр[2][3]. Ҡайһы саҡта Мальдив һәм Афғанстанды ла индереп иҫәпләйҙәр[4][5][6]. Атамаһы Һиндостан дәүләте исеменән алынған. Субконтинент Евразия тектоник плитәһенән айырмалы булараҡ, Һиндостан тектоник плитәһендә урынлашҡан. 90 миллион йылдар элек Һинд-Малагас плитәһе тарҡалғас, Һиндостан плитәһе Һинд океанында яҡынса 50—55 миллион йыл буйы хәрәкәт итеп Азия менән бәрелешкән, бының һөҙөмтәһендә Гималай тауҙары барлыҡҡа килгән.
Ҡыҫҡа факттар Донъя ҡитғаһы, Иң юғары нөктә ...
Һинд субконтиненты | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Иң юғары нөктә | Джомолунгма |
Ҡайҙа өйрәнелә | South Asia studies[d] |
Майҙан | 4 480 000 км² |
Һинд субконтиненты Викимилектә |
Ябырға