Әл-Фил сүрәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әл-Фил сүрәһе (ғәр. سورة الفيل ) (Фил), Ҡөрьән Кәримдең 105-се сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 5 аяттан тора.
Әл-Фил сүрәһе | |
Синыфы |
Мәккәләге |
---|---|
Мәғәнәһе |
Фил |
Статистика | |
Сүрә номеры |
105 |
Аяттар һаны |
5 |
Жуз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Риүәйәте: Пәйғәмбәрҙең донъяға килере йылы Йәмән иленең хакимы Әбраһа бине Сабах әл-Әшрәм Санга ҡалаһында бер ғибәҙәтхана төҙөткән. Барса халыҡтың Ҡәғбәтулланан үҙҙәренә йөрөй башлауын теләгән. Шул ниәтен ишетеп, бер ғәрәп әлеге сиркәүгә инеп, нәжес менән буяп бөткән. Әбраһаның асыуы сығып, Ҡәғбәтулланы емерергә ант иткән. Мәхмүди исемле бер ҙур филде ғәскәре алдына ҡуйып сәфәргә сыҡҡан. Ул саҡта Мәккәнең хакимы булып Пәйғәмбәребеҙҙең олатаһы Ғәбделмоталлип торған. Ул халыҡҡа тау араларына ҡасырға бойорған да Ҡәғбәтуллаға килеп, доға уҡып, ҡәүеме янына киткән. Фил ҡалаға яҡынлашҡас, Ҡәғбәтуллаға хөрмәт йөҙөнән теҙ сүккән дә, күпме туҡмаһалар ҙа урынынан тормаған да ҡуйған. Шул саҡ күк йөҙөндә тамуҡ ҡоштары пәйҙә булған. Уларҙың томшоҡтарында ташҡа әйләнгән балсыҡ булған. Таш тейгән кешеләр һәләк булған, ҡалғандары ҡасҡан. Әбраһаның тәнендә бер ҙур йәрәхәт барлыҡҡа килгән. Ҡалаға ҡайтып еткәс, шунда йән биргән.