Өсмөйөш галактикаһы
Өсмөйөш галактикаһында Sc тибындағы спираль галактика / From Wikipedia, the free encyclopedia
Өсмөйөш галактикаһы (M 33, 598 NGC) — Sc тибындағы спираль галактика һәм Ҡош юлына иң яҡын галактикаларҙың береһе (унан 850 килопарсек алыҫлыҡта ята). Урындағы төркөмдә ята һәм унда үлсәмдәре, массаһы һәм яҡтыртылышы буйынса Андромеда Галактикаһы һәм Ҡош юлынан һуң ул өсөнсө урынды биләй.
Өсмөйөш галактикаһы | |
Каталог коды | NGC 598[1], M 33[1], 1ES 0131+30.3[1], RBS 214[1], UGC 1117[1], 2MASX J01335090+3039357[1], 1RXS J013350.9+303932[1], UZC J013351.1+303922[1], PGC 5818[2], LEDA 5818[1], RX J013351+30399[1], Z 0131.0+3024[1] һәм Z 502-110[1] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Уильям Парсонс, 3-й граф Росс[d], Джованни Баттиста Годиерна[d] һәм Шарль Мессье[d] |
Асыу датаһы | 1654 |
Йондоҙлоҡ | Өсмөйөш |
Тело-спутник | Карликовая галактика в созвездии Рыбы[d] һәм Андромеда XXII[d] |
Родительское тело | Андромеда галактикаһы |
Ҡыҙыл тайпылыш | −0,000597 ± 1,0E−5[3] |
Расстояние от Земли | 0,8 ± 0,1 мегапарсек[4] |
Склонение собственного движения | 0,827 ± 0,269 миллиарксекунд в год[5] |
Прямое восхождение собственного движения | 0,707 ± 0,336 миллиарксекунд в год[5] |
Радиальная скорость | −182 km/s[6][4] |
Галактиканың морфологик төрө | SA(s)cd[7] |
Видимая звёздная величина | 5,72 ± 0,04[8] |
Радиус | 27 500 ± 0 световой год |
Эпоха | J2000.0[d][9][1] |
Прямое восхождение | 23,46206906218 °[5] |
Склонение | 30,66017511198 °[5] |
Өсмөйөш галактикаһы Викимилектә |
Ул дөйөм алғанда үҙ тибындағы галактикаларҙан параметрҙары буйынса айырылып тормай. M 33 диаметры 50—60 мең яҡтылыҡ йылына тигеҙ, был Ҡош юлының диаметрына ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк, унда 40 млрд йондоҙ бар, ә беҙҙең галактикала, төрлө баһалар буйынса, 100 миллиардтан 400 миллиардҡа тиклем йондоҙ иҫәпләнелә. Өсмөйөш галактикаһының төп өлөшөн уның дискы тәшкил итә. Галактиканың спираль тармаҡтары өҙөк-өҙөк һәм тығыҙ рәүештә бороп ҡуйылмаған. Әллә ни сағыу булмаған балдж, шулай уҡ гало күҙәтелә. Ядроһы сағыу һәм ыҡсым, унда үтә ҙур ҡара упҡын да юҡ.
Өсмөйөш галактикаһындағы йодоҙҙар тупланмаһы Ҡош юлындағы йондоҙҙар тупланмаһынан айырылып тора — улар беҙҙең Галактикалағына ҡарағанда яҡтылыҡтары һәм йәштәре буйынса тигеҙерәк урынлашҡандар, төрлө типтағы тупланмалар араһында аныҡ сиктәре юҡ. M 33 Өсмөйөш Галактикаһы H II өлкәлренә бай — галактикала уларҙың һаны 3000 самаһы, иң ҙур, иң сағыу һәм иң ауыры — NGC 604. Ҙурлығы һәм яҡтылығы буйынса Урындағы төркөмдә ул тик Оло Магеллан Болотондағы Тарантул Томанлығынан ғына ҡалыша.
Галактикала рентген сығанаҡтарының һәм үҙгәреүсән йондоҙҙарҙың күп һанда булыуы билдәле. Урындағы төркөмдә даими рентген сығанаҡтарының иң сағыуы — M33 X-8 — Өсмөйөш галактикаһы ядроһында урынлашҡан.
Өсмөйөш галактикаһын 1764 йылда Шарль Мессье аса, бәлки, 1654 йылға тиклем Джованни Баттиста Годиерна ла күҙәткәндер. Галактиканы өйрәнеүгә Эдвин Хаббл тос өлөш индерә: 1926 йылда ул ошо галактикаға арналған ентекле мәҡәлә баҫтыра, унда, атап әйткәндә, объекттың галактиканан ситтә хасил булыуын иҫбатлай.
M 33 Өсмөйөш йондоҙлоғонда күҙәтелә. Ябай күҙгә күренгән йондоҙ нурланышы +5,7m булған был галактика — ябай күҙгә күренгән иң алыҫ объекттарҙың береһе.