Бейеү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бейеү — ритмик, мәғәнәле, бер бөтөн төҙөлөшлө, көйгә ҡушылған тән хәрәкәте . Бейеү — иң боронғо сәнғәттәрҙең береһе: ул ҡайғы-шатлыҡтарҙы хәрәкәт ярҙамында башҡаларға еткереү теләге менән бәйле. Тәүтормош кешеһенең күп ваҡиғалары бейеү ярҙамында күрһәтелә: тыуыу, үлеү, һуғыш, яңы башлыҡты һайлау, ауырыуҙы йүнәлтеү. Бейеү менән алланан ямғыр, ҡояш нуры, уңыш, яҡлау һорағандар, ғәфү үтенгәндәр. Бейеү хәрәкәте (па - фр. pas — «аҙым») кешенең тәбиғәтенән: атлап, йүгереп, һикереп, ырғып, әйләнеп, тайып йөрөүҙән барлыҡҡа килгән. Бейеүҙә иң мөһиме ритм — төп хәрәкәттәрҙең тиҙ йәки сағыштырмаса яй ҡабатланыуы һәм үҙгәреүе; кәүҙәләнеше — хәрәкәттәрҙең композицияға төҙөлөүе; үҫеше — хәрәкәттәр киңлеген һәм көсөргәнешлеген төрлөләндереү; техника — хәрәкәттәрҙе башҡарыу оҫталығы. Күп бейеүҙәрҙә ҡул хәрәкәттәре бик мөһим. Бейеүҙең төрлө кәүҙәләндереү саралары бар:
- гармоник хәрәкәттәр һәм һындар,
- пластика һәм ым,
- үҫеш,
- дәрт һәм хәрәкәттәр ритмы,
- киң һыҙатланыш, композиция.
- кейем һәм реквизит.
Кешелектең оҙон тарихы эсендә бейеү үҙгәреп, мәҙәниәт үҫешен сағылдыра. Бейеүҙең төрҙәре, стилдәре, формалары күп. Һәр бер халыҡтың үҙ бейеү йолалары килеп сыға. Халыҡ бейеүе нигеҙендә сәхнә бейеүе барлыҡҡа килә.Профессиональ театр сәнғәтендә бейеү ҙур үҫеш алып, фәнни яҡтан нигеҙләнә.
Бейеү үҙеңде күрһәтеү, ижтимағи аралашыу ысулы, диндә ҡулланыш таба, спорт, күрһәтмә сәнғәт төрө.
Бейеү (халыҡ һәм заманса төрө) Дельфий уйындарының номинацияһына инә.
Бейеү ярҙамында көйҙө һиҙә һәм күрә алабыҙ.