Биотехнология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Биотехнология - тере организмдарҙы, уларҙың системаһын йәки йәшәү эшмәкәрлеге продукттарын технологик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, шулай уҡ ген инженерияһы ысулын ҡулланып файҙалы үҙенсәлекле тере организмдар алыуҙа ҡулланыуҙы өйрәнеүсе фән.
Биотехнология тип XX-XXI быуатта йыш ҡына ген инженерияһын ҡулланыуҙы атайҙар, әммә был термин яһалма һайланыш һәм гибридизация кеүек кеше ихтияжына йүнәлтелгән биологик организмдарҙың ҡатмарлы модификацияһын үҙ эсенә ала. Ғәҙәттәге биотехнологик етештереү тармағы хәҙерге заман ысулдарын ҡулланып аҙыҡ-түлектең һәм тере организмдарҙың продуктлығын арттырыуға иреште.
1971 йылға тиклем "биотехнология" термины башлыса аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығанда ҡулланыла ине. 1970 йылдан ғалимдәр был терминды ДНК рекомбинацияһы, күҙәнәк күльтивацияһы кеүек лаборатория ысулдары өсән ҡуллана башланы. Биотехнология генетика, молекуляр биология, биохимия, эмбриология, күҙәнәк биологияһы, шулай уҡ химия, информацион технология кеүек ғәмәли фәндәргә нигеҙләнә.