Урал федераль округы
РФ президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма / From Wikipedia, the free encyclopedia
Урал федераль округы (рус. Ура́льский федера́льный о́круг) — 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Урал тауҙары ҡырында һәм Көнбайыш Себерҙә урынлашҡан региондар ҡарай. Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 10,5% майҙанын биләй. Дөйөм Рәсәй федераль бюджетының өстән бер өлөшөн Урал федераль округынан түләнгән һалымдар тәшкил итә.
Ҡыҫҡа факттар ФО үҙәге, Майҙаны ...
ФО үҙәге | Екатеринбург |
---|---|
Майҙаны | 1 788 900 км² (Рәсәйҙең 10,5 %) |
Халҡы | 12 136 912 чел. (Рәсәйҙең 8,48 %) |
Халыҡ тығыҙлығы | 6,78 кеше/км² |
Ҡала халҡы % . | 80,1 % |
Субъекттар һаны | 6 |
Ҡалалар һаны | 112 |
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Евгений Куйвашев |
Рәсми сайт | http://www.uralfo.ru |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Ябырға