Яңы Зеландия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Зеландия (ингл. New Zealand, маори Aotearoa) — Тымыҡ океандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт.
| |||||
Гимн: «God Defend New Zealand» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | Доминион: 26 сентябрь 1907 Вестминстерский статуты: 11 декабрь 1931 (25 ноябрь 1947) Конституционный Указ: 13 декабрь 1986 ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми телдәр | инглиз, маори, жестар теле | ||||
Баш ҡала | Веллингтон | ||||
Эре ҡалалар | Окленд, Веллингтон, Крайстчёрч, Гамильтон, Данидин, Тауранга | ||||
Идара итеү төрө | Конституцион монархия | ||||
Монарх Генерал-губернатор Премьер-министр | Елизавета II Джерри Матепараи Джон Кей | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 75 268 680 км² 2,1 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | 4 443 900 чел. (122) 16,0 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2008) • Бер кешегә |
146,028 млрд. долл. (58) 34 121 долл. | ||||
ИЧР (2011) | ▬ 0,908 (Бигерәк юғары) (5 урын) | ||||
Валюта | Яңы Зеландия доллары (NZD, Код 554) | ||||
Интернет-домены | .nz | ||||
Код ISO | NZ | ||||
МОК коды | NZL | ||||
Телефон коды | +64 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +12 |
Яңы Зеландия ике ҙур (Төньяҡ һәм Көньяҡ) һәм 700 тирәһе бәләкәй утрауҙан тора. Баш ҡалаһы — Веллингтон. Яңы Зеландияла 2012 йылда 4 443 900 кеше йәшәгән. Дәүләт конситуцион монархия һәм парламент демократияһы принциптарына ярашлы төҙөлгән. Яңы Зеландия донъяның иң уңышлы дәүләттәренең береһе.
Рәсми телдәр — инглиз, маори һәм яңы зеландия ым-ишара теле.
Унитар дәүләт, конституцион монархия.
17 районға бүленә, шуларҙың 9-ы Төньяҡ утрауҙа, 7-һе Көньяҡ утрауҙа, һәм берәүһе Чатем архипелагында урынлашҡан. Яңы Зеландия короллегенә Кук утрауы штаттары һәм Ниуэ, шулай уҡ Токелауҙың үҙидаралыҡһыҙ территорияһы һәм Росс Антарктида территорияһы инә.
Ике ҙур утрауҙа (Төньяҡ һәм Көньяҡ) һәм Тымыҡ океандың көньяҡ-көнбайышында бик күп (яҡынса 700) утрауҙарҙа урынлашҡан. Яңы Зеландияның төп үҙенсәлектәренең береһе — географик изоляция. Илдең иң яҡын күршеләре: көнбайышта — Тасман диңгеҙе менән айырылған Австралия (иң яҡын ара — яҡынса 1700 км); төньяҡта — Яңы Каледония утрауҙары территориялары (яҡынса 1450 км), Тонга (яҡынса 1850 км) һәм Фиджи (яҡынса 1900 км).
Үҫешкән иҡтисадлы сәнәғәт иле. 2017 йылда һатып алыу һәләте паритеты буйынса эске тулайым продукт күләме 189 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә (йән башына яҡынса 39 000 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — яңы зеланд доллары.