Дыуан районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дыуан районы (рус. Дуванский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы. Свердловск өлкәһенең Красноуфим районы, Башҡортостандың Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Ҡариҙел, Асҡын райондары менән сиктәш. Районда 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 31068 кеше[2]. Район 324,3 мең гектар майҙанды биләй, шуның 126,391-е — ауыл хужалығы ере. Дыуан районында газ, нефть, балсыҡ, ваҡ таш кеүек файҙалы ҡаҙылмалар сығарыла. Ауыл хужалығы, урман эшкәртеү сәнәғәте ныҡлы үҫешкән.[3]
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Дыуан районы | |
Дыуан районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Мәсәғүт |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 31 068 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Мәсетле районы, Ҡариҙел районы, Салауат районы, Ҡыйғы районы, Нуриман районы һәм Асҡын районы |
Майҙан | 3243 км² |
Рәсми сайт | duvanrb.ru |
Дыуан районы Викимилектә |
Ябырға