Урыҫ революцияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урыҫ революцияһы (Бөйөк урыҫ революцияһы) — 1917 йылда Рәсәй Империяһында булған революцион ваҡиғаларҙың шартлы аталышы. Улар, монархияны ҡолатып, власҡа Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен алып килгән Февраль революцияһынан башлана. Артабан Октябрь революцияһы һөҙөмтәһендә Ваҡытлы хөкүмәт бәреп төшөрөлә, һәм большевиктар илдә совет власын иғлан итә.
1917—1918 йылдарҙа Рәсәйҙә власть алмашыныуы | |
Урыны | |
---|---|
Дата | |
Сәбәбе |
Беренсе донъя һуғышы арҡаһында Рәсәй Империяһының эске ҡаршылыҡтарының киҫкенләшеүе |
Төп маҡсаты |
Рәсәйҙең артабанғы үҫешендәге төрлө юлдары көрәше |
Һөҙөмтә |
совет власы урынлашыу, Граждандар һуғышы башланыу |
Урыҫ революцияһы Викимилектә | |
Февраль революцияһының төп ваҡиғалары Петроградта бара. Юғары Баш командующий штабы начальнигы генерал Михаил Васильевич Алексеев һәм фронт менән флот командующийҙарынан торған армия етәкселеге ревоюцияны баҫтырырлыҡ көс юҡ тип иҫәпләй. Император Николай II тәхетенән баш тарта (Николай Икенсене һәм уның ғаиләһен һалҡын ҡанлылыҡ менән үлтерәләр һәм енәйәт эҙҙәрен йәшерәләр. Был үлтереү власҡа һуңыраҡ килгәндәр заказы буйынса башҡарыла). Уның урынына ҡалырға тейеш булған бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III-нең улы) хакимлектән шулай уҡ баш тартҡас, Рәсәй Империяһының Дәүләт думаһы, илде үҙ контроленә алып, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен төҙөй.
Ваҡытлы хөкүмәткә параллель рәүештә Советтарҙың барлыҡҡа килеүе илдә ике власлылыҡ урынлаштыра. Большевиктар ҡораллы эшсе отрядтары — Ҡыҙыл гвардия ойоштора[1]һәм үҙҙәренең популистик лозунгтары арҡаһында тәү сиратта Петроградта, Мәскәүҙә, эре сәнәғәт үҙәктәрендә, Балтик флотында, Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттағы ғәскәрҙәрҙә киң танылыу һәм популярлыҡ яулай[2].
Октябрь революцияһы барышында Лев Троцкий һәм В. И. Ленин етәкселегендәге большевиктар контролендә булған Петроград Хәрби-Революцион Комитеты Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолата. Эшсе һәм һалдат депутаттарының II Бөтә Рәсәй съезында меньшевиктар һәм уң эсерҙар менән ҡаты көрәштә большевиктар еңеп сыға һәм беренсе Совет хөкүмәтен ойоштора. 1917 йылдың декабрендә большевиктар һәм һул эсерҙар хокүмәт коалицияһы төҙөй. 1918 йылдың мартында Германия менән Брест килешеүенә ҡул ҡуйыла.
1918 йылдың йәйенә бер партиялы хөкүмәт тулыһынса төҙөлә һәм Рәсәй Чехословак корпусы ихтилалынан башланып киткән Граждандар һуғышы һәм сит ил хәрби интервенцияһының әүҙем фазаһына аяҡ баҫа. Граждандар һуғышының тамамланыуы Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) ойошоролоуға шарттар тыуҙыра.
Хәҙерге тикшеренеүсе билдәләүенсә, «Февраль революцияһын, Октябрь түңкәрелешен һәм Граждандар һуғышын XVIII быуат аҙағындағы Бөйөк француз революцияһы менән бер рәттән донъя тарихының иң эре этаптарының береһе булған 1917—1922 йылдарҙағы Бөйөк урыҫ революцияһының бер-береһе менән тығыҙ һәм эҙмә-эҙлекле бәйләнгән өлөштәре итеп ҡарау фекере бөгөнгө ил тарихнамәһенең перспективалы йүнәлештәренең береһе булып һанала»[3].