Гейзерҙар үҙәне
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гейзерҙар үҙәне — ул донъялағы иң ҙур һәм Евразиялғы берҙән-бер гейзер яландарының береһе. Гейзерҙар үҙәне Камчаткалағы Кроноц дәүләт биосфера ҡурсаулығында урынлащҡан.
Гейзерҙар үҙәне | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Камчатка |
Гейзерҙар үҙәне Викимилектә |
Ул Гейзерная йылғаһының тәрән тар үҙәклегенән ғибәрәт, уның 6 км² маҙанындағы ситтәрендә күп һанлы гезерҙарҙың, инештәрҙең, ҡойо ҡаҙанлыҡтарының, йылылыҡ майҙандарының, шарлауыҡтарҙың һәм күлдәрҙең сығыу урыны урынлашҡан. Ҙурлығы яғынан сикләнгән был биләмәлә аномаль юғары биологик төрлөлөк һәм тәбиғәт шарттары менән микроклиматтың юғары ҡапма-ҡаршылығы күҙәтелә[1].
Гейзерҙар үҙәненә үтеүе бик ауыр, уның территорияһында ҡурсаулыҡ режимы эшләй. Уның экосистемаһы Рәсәйҙә үҙенсәлеклеләрҙән һанала һәм ул тышҡы йоғонтоға тиҙ бирешеүсән, шуға күрә тәбиғәт комплексының торошо буйынса даими рәүештә экологик мониторинг үткәрелә, рекреацион йөкләнеше ҡәтғи нормала тотола[1].
1992 йылдана бында туристик фирмаларҙың ҡурсаулыҡ менән килешеүе буйынса, вертолет экскурсиялары ойошторола, экскурсиялар ойоштороу буйынса ҡағиҙәләрҙең һәм талаптарҙың ҡәтғи системаһы эшләй, ул экосистеманың тотороҡлоғон һаҡлау маҡсатынан эшләненлә[2]. 2008 йылғы тауыш биреүҙәр һөҙөмтәләре буйынса Гейзерҙар үҙәнен Рәсәйҙең ете мөғжизәһе исемлегенә инде[3].
2007 йылда, был төбәккә ҡойма ямғырҙар ябырылғандан һуң, ишелмә емерелә, Гейзерҙар үҙәненең урынында быуа барлыҡҡа килә. 2013 йылда яуып үткән көслө ямғырҙар яңы тәбиғәт һәйкәленең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. Яңы ишелмә емереп, тәбиғи быуаны емерә, бының менән ул инешкә юл аса. Һыу ҡайтҡас, гейзерҙар яңынан урғыла башлай. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың һаны күпкә артып китә.