Камчатка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Камча́тка — Рәсәй биләмәһенең төньяҡ-көнсығышындағы ярымутрау Евразия өлөшөндә . Көнбайыш яғынан Охот диңгеҙе, көнсығыш яғынан — Беринг дингеҙе һәм Тымыҡ океан йыуа.
Камчатка | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 270 000 км² |
Иң бейек нөктәһе | 4835[1] м |
Урынлашыуы | |
57° с. ш. 160° в. д._type:isle HGЯO | |
Йыуыусы акватория | Охот диңгеҙе, Беринг диңгеҙе, Тымыҡ океан |
Камчатка Викимилектә |
Ярымутрау көньяҡтан төньяҡҡа 1200 км-ға һуҙылған. Тар ғына муйын менән тоташҡан ( 93 км-ға тиклем) — Парапольским долом. Иң ҙур киңлеге ( 440 км-ға тиклем) — Кроноц морононоң киңлегендә[2].
Ярымутрауҙың майҙаны 270 тыс. км²[3].
Ярымутрауҙың көнсығыш яғы ныҡ ҡырҡылыуы, ҙур ҡултыҡтар барлыҡҡа килтерә (Авачин ҡултығы, Кроноц ҡултығы, Камчатка ҡултығы, Күл ҡултығы, Карагин ҡултығы, Корфа ҡултығын) һәм бухтталар (Авачин бухтаһы, Карага, Оссора мороно һ.б.).Алыҫта диңгеҙҙә ҡаялы ярымутрауҙар күтәрелә (Шипун ярымутрауы, Кроноц ярымутрауы, Камчатка ярымутрауы , Күл ярымутрауы)[4].
Ярымутрауҙың урта өлөшөн ике параллель һырт бүлеп үтә — Средин һырты и Көнсығыш һырты, уларҙың араһында Урта камчатка уйһыулығы буйлап Камчатка йылғаһы аға.
Ярымутрауҙың иң көньяҡ нөктәһе — Лопатка мороно 50° 51′ 55″ төньяҡ киңлектә.
Ярымутрауҙың территорияһында Рәсәй субъекты Камчатка крайында урынлашҡан.