Гетманщина
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гетманщина (укр. Гетьма́нщина; рәсми документтарҙа — Войско Запорожское, укр. Військо Запорозьке) — хәҙерге Украина, Рәсәй (Стародубье), Белоруссия (Лоев) һәм Приднестровье территорияһындағы казак ерҙәрҙенең бер өлөшөнөң тарихи атамаһы. Уларҙа тарихтың төрлө ваҡыттарында Запорожье ғәскәрҙәре гетманының власы хакимлыҡ итә.
Гетманщина | |||||
Войско Запорожское | |||||
| |||||
Баш ҡала |
Чигирин, Гадяч, Батурин, Глухов | ||||
---|---|---|---|---|---|
Эре ҡалалары |
Батурин, Брацлав, Глухов, Киев, Полтава, Нежин, Стародуб, Чернигов, Чигирин | ||||
Дин |
Православие | ||||
Майҙаны |
200 мең км² | ||||
Халҡы |
1,5 млн. кеше (XVII быуат аҙағы) | ||||
Идара итеү формаһы |
милитократия | ||||
Гетманщина Викимилектә | |||||
Гетманщина 1648 йылда[4][5] тоҡанған Хмельницкий ихтилалынан башлана. Башта Украинаның һул һәм уң яҡ яры менән Приднестровьены, шулай уҡ Запорожьены[6][7] ялмап ала. Барабаш һәм Пушкарь ихтилалынан һуң, Түбәнге Запорожье ғәскәрҙәренең атамандары араһында гетманға ышанмаусылыҡ нығына, һөҙөмтәлә Сечь бары тик гетманға формаль рәүештә генә буйһона башлай[8]. 1686 йылда Рус батшаһы һәм Речь Посполитая араһында, Мәңгелек солох килешеүе төҙөлгәс, Днепрҙың уң ярында, Польшала ҡалған Гетманщина бөтөрөлә, һәм был атама, ҡағиҙә булараҡ, әлеге тарихи осороға ҡарата бары тик Һул ярға, Киевҡа һәм уның тирә-яғына ҡарата ғына ҡулланыла[9]. Шуға ҡарамаҫтан, 1760 йылдарға тиклем гетман власы институттары Едисан урҙаһы ерҙәрендә, йәғни Приднестровье һәм Брацлавщина, Петрик Иваненко тарафынан Ғосман империяһынан алынған һәм [[Ҡырым ханлығы|ҡырым хандары[10] яҡлауы аҫтындағы территорияла булған.
1654 йылда Гетманщина урыҫ батшаһының протекторатын ала. 1663 йылдан Рус батшалығы составында сәйәси-административ йәһәттән айырым хоҡуҡтарға эйә булһа ла, Малороссия приказына[11] буйһона. Гетман Мазепаның Төньяҡ һуғышында Карл XII ярҙам итеүе һөҙөмтәһендә гетманларҙың йоғонтоһо һиҙелерлек кәмей:
Бөйөк Петр батша указы буйынса 1709 йылда Скоропадск гетманына стольник Андрей Измайлов (бер йылдан һуң уны — Федор Протасьев[12] алмаштыра) беркетелә, гетман резиденцияһы Глуховта раҫлана, ә ер эштәре идараһы, Скоропадск вафат булғандан һуң, 1722 йылдан 1727 йылға тиклем тулыһынса Малороссия коллегияһы[13] ведомствоһына күсә.
Малороссия коллегияһын етәкләгән Степан Вельяминов менән сеймда танылыу тапмаған наказлы гетман Павел Полуботко араһындағы бөтмәҫ талаш 1726 йылда Санкт-Петербургта коллегияны ябып, яңы гетман һайлап, Гетманщинаны тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итеүгә килтерә. 1728 йылда был вазифаға Петр I батшалыҡ иткән осорҙа Василий Кочубейҙы яҡлаған Даниил Апостол һайлана.
Петр II һәм Анна Иоанновна хакимлығы осоронда гетман хоҡуҡтары киңәйтелә: «Хәл иткес пункттар» төҙөлә; Төркиәлә йәшәүсе запорожецтарға Рәсәйгә ҡайтырға рөхсәт ителә, был кошевой Иван Белецкийға Ҡырым ханлығы тыйыуға ҡарамаҫтан, Аҡ Сиркәүгә килеп, рус антын ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Даниил Апостол гетманлығы осоронда запорожецтар слобода биләмәләрендә төйәкләнергә рөхсәт ала. Даниил Апостол 1734 йылда вафат булғандан һуң, Петербург яңы гетман һайларға ашыҡмай, әммә Апостол тере ваҡытта төҙөлгән «Хәл иткес пункттар» ҙы үтәй. Эрнст Бирон ваҡытында Малороссия идараһы тураһында указ раҫлана, ул гетман канцелярияһы функцияларын 16 йыл дауамында башҡара һәм ғәмәлдә икенсе Малороссия коллегияһы булып тора.
Гетманщина батшабикә Елизавета Петровна указына ярашлы тергеҙелеп, граф Кирилл Разумовскийға 1750 йылда ер һәм гетман титулын бирә, әммә 1764 йылдағы указы менән Запорожье ҙәскәре гетманы вазифаһы бөтөрөлә: һуңғы гетман Кирилл Разумовскийға генерал-фельдмаршал чины бирелә, ә Малороссия менән идара итеү граф Петр Румянцевҡа йөкмәтелә. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә Гетманщинаның административ-территориаль бүленеше 1782 йылға тиклем һаҡлана. Артабан административ реформа барышында 1781 йылғы Рәсәй империяһы губерналары тураһында положение үҙ көсөнә инеп, йөҙ-полк административ ҡоролошо бөтөрөлә.