Төньяҡ һуғыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ һуғыш (Бөйөк Төньяҡ һуғышы, Егерме йыллыҡ һуғыш) — 1700 йылдан алып 1721 йылға тиклем дауам иткән Швеция һәм төньяҡ Европа дәүләттәренең Балтик буйы ерҙәренә эйә булыу өсөн коалиция араһында барған һуғыш. Швеция еңелә һәм бөйөк держава статусын бөтөнләйгә юғалта[5].
Төньяҡ һуғыш | |||
Төп конфликт: урыҫ-швед, поляк-швед, дат-швед һуғыштары | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Көнсығыш һәм Үҙәк Европа | ||
Сәбәбе |
Швеция һәм төньяҡ европа дәүләттәренең Балтик буйы ерҙәренә эйә булыу өсөн коалиция араһында | ||
Нәтижә |
Антишвед коалицияһының еңеүе | ||
Үҙгәрештәр |
Ништадт тыныслыҡ килешеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Төньяҡ һуғыш Викимилектә | |||
Швецияға һуғышты тәүҙә «Төньяҡ союзы» иғлан итә. Был союз 1699 йылда Саксония курфюрсы һәм Польша короле Август II инициативаһы буйынса булдырыла. Шул уҡ ваҡытта Речь Посполитая Швецияға һуғыш иғлан итмәй. «Төньяҡ союз» составына шулай уҡ король Кристиан V етәкселегендәге Дания-Норвегия батшалығы һәм Бөтә Рәсәй батшаһы Петр I етәкселегендәге Рус батшалығы инә[6][7].